Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
31 Ғинуар 2023, 08:49

Ҡаһарман йөрәкле 9 йәшлек ҡыҙ

Һарыш урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Влада Шелева ҡустыларын һәм һеңлеһен янғындан ҡотҡарған

Ҡаһарман йөрәкле 9 йәшлек ҡыҙ
Ҡаһарман йөрәкле 9 йәшлек ҡыҙ

30 декабрь кисендә Шелевтар йортонда янғын сыға. Шул мәлдә өйҙә туғыҙ йәшлек Влада, һигеҙ йәшлек Мария, алты йәшлек Слава һәм өс йәшлек Артем яңғыҙы була. Әсәләре магазинға киткән була.

Балалар үҙ бүлмәһендә уйнағанда өлкән апайҙың иғтибарын зал яғынан сыҡҡан сәйер тауыш йәлеп итә, сөнки йортта уларҙан башҡа бер кем дә юҡ . Йүгереп барып ҡараһа бүлмәлә обой менән тәҙрә ҡормалары яна башлағанын күреп ҡала. Алғы яҡ төтөн менән тула башлай. «Кескәйҙәр ҡурҡып, илап ебәрҙе, ә миңә ҡурҡырға ваҡыт юҡ ине», — тип иҫкә төшөрә Влада. Ул аптырап ҡалмай һәм ҡустылары менән һеңлеһен сығарып, күршеләренә алып китә.  Ҡыҙ әсәһен янғын тураһында иҫкәртә. Влада үҙ ғүмере өсөн ҡурҡмай: башында бер генә уй — кескәй туғандарын ҡотҡарыу!

 Бер нисә минуттан урынға янғын һүндереүселәр һәм ашығыс ярҙам машинаһы килеп етә. Янғын тиҙ арала һүндерелә, бер кемгә лә медицина ярҙамы кәрәкмәй. Ут бәләгә тарый, әммә ҡыҙҙың батырлығы арҡаһында кешелә булған иң ҡәҙерле нәмә — ғүмер ҡотҡарыла. Өс кеше ғүмере.

Битараф булмаған граждандар ҙа ғаиләне ҡалдырманы – әйберҙәр менән дә, матди яҡтан да ярҙам итте. Ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла Шелевтар рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Әлеге көндә ғаилә ваҡытлыса туғандары менән Йомағужа ауылында йәшәй.

Гөлназ САЛАУАТОВА.

Фото ғаилә архивынан.

Ҡаһарман йөрәкле 9 йәшлек ҡыҙ
Ҡаһарман йөрәкле 9 йәшлек ҡыҙ
Ҡаһарман йөрәкле 9 йәшлек ҡыҙ
Ҡаһарман йөрәкле 9 йәшлек ҡыҙ
Ҡаһарман йөрәкле 9 йәшлек ҡыҙ
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: