Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
9 Март 2023, 14:05

Гүзәллеккә сорналған донъя

Ҡул эше менән мәктәп йылдарынан шөғөлләнгән оҫтабикәнең бәйләгән әйберҙәренең иҫәбе-һаны юҡ, был хаҡта һүҙ ҡуҙғатҡас, ул: - Үҙемде белә-белгәндән ҡулымдан энә менән еп төшмәне, эшемдә лә буш ваҡыт килеп тыуыу менән ҡулыма бәйләмемде ала торғайным, төшкө ял мәлендә лә тик ултырманым, хатта кешегә ҡунаҡҡа барһам да, сумкамда һәр ваҡыт үҙем менән йөрөттөм, - тип йылмая. - Беҙгә килгәнендә лә йәһәт кенә ырғағы менән ебен сығарып, яратҡан эше менән булып ала ҡоҙағыйым. Уның уңғанлығына, сыҙамлығына иҫең китерлек, - тип уның һөйләгәнен әңгәмәсемдең ҡоҙағыйы Мөнирә Ғәббәсова ла хуплап ҡуя.

Гүзәллеккә сорналған донъя
Гүзәллеккә сорналған донъя

Баҫҡыс буйлап уңған хужабикә, ҡул эше оҫтаһы Зөлфиә Зәйнәғәбдинованың фатирына күтәрелгән саҡта, ишеге төбөнә түшәлгән биҙәкле матур балаҫты күргәс, егәрле кешенең донъяһы тупһаһынан билдәле, тигән һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрҙөм. Уның йортона барып инеү менән үҙемде сихри донъяға эләккәндәй тойҙом, күҙҙәрҙе оҫтабикә тыуҙырған матурлыҡ иркәләһә, сағыу әйберҙәрҙән бөркөлгән йылылыҡ йәнгә айырым бер рәхәтлек өҫтәне.

Алсаҡ, яғымлы апай менән изгелек юлында таныштым тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. Ул беҙҙең редакцияға бер нисә тапҡыр үҙе кеүек үк оҫта ҡуллы килендәштәре менән килеп, Украиналағы һалдаттарға бәйләгән ойоҡбаш, бирсәткә-бейәләйҙәрен ҡалдырғайны, шул осорҙа башланған аралашыуыбыҙ бөгөн дә дауам итә.

- Изге күңелле, ярҙамсыл Зөлфиәнең ойоштороу һәләте лә иҫ киткес. Ил һағындағы ир-егеттәргә йылы әйберҙәр бәйләү өсөн беҙҙе әйҙәп, туплап йөрөүсе лә ул булды, - тип һүҙгә килендәше Йәүиҙә Зәйнәғәбдинова ла ҡушыла.

Ҡул эше менән мәктәп йылдарынан шөғөлләнгән оҫтабикәнең бәйләгән әйберҙәренең иҫәбе-һаны юҡ, был хаҡта һүҙ ҡуҙғатҡас, ул:

- Үҙемде белә-белгәндән ҡулымдан энә менән еп төшмәне, эшемдә лә буш ваҡыт килеп тыуыу менән ҡулыма бәйләмемде ала торғайным, төшкө ял мәлендә лә тик ултырманым, хатта кешегә ҡунаҡҡа барһам да, сумкамда һәр ваҡыт үҙем менән йөрөттөм, - тип йылмая.

- Беҙгә килгәнендә лә йәһәт кенә ырғағы менән ебен сығарып, яратҡан эше менән булып ала ҡоҙағыйым. Уның уңғанлығына, сыҙамлығына иҫең китерлек, - тип уның һөйләгәнен әңгәмәсемдең ҡоҙағыйы Мөнирә Ғәббәсова ла хуплап ҡуя...

 

Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 10-сы һанында уҡығыҙ.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: