+7 °С
Болотло
Быйыл республикабыҙҙың мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының 91 уҡытыусыһы педагогик оҫталыҡ ярыш марафонында ҡатнашты һәм иң яҡшыһы исеме өсөн көрәште. Мәләүез районынан 25-се «Чайка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Е. Максимова һәм 15-се «Гүзәл» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлиә Кәримова ҡатнашты.
Башҡорт теле уҡытыусыһы Әлиә Миңлебай ҡыҙы ете йыл элек тәрбиәсе булып эшләргә ҡарар итә. Ул яңынан әҙерлек үтә һәм 15-се балалар баҡсаһына эшкә урынлаша һәм һайлағанына берҙә үкенмәй.