Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
1 Июнь 2023, 09:20

60 йәшең менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Һабаш ауылында тыуып-үҫеп, әлеге көндә Салауат ҡалаһында йәшәгән яҡыныбыҙ, ғәзиз туғаныбыҙ Раян Авил улы БИКБУЛАТОВ юбилейын - 60 йәшен билдәләй.

60 йәшең менән ҡотлайбыҙ!
60 йәшең менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Һабаш ауылында тыуып-үҫеп, әлеге көндә Салауат ҡалаһында йәшәгән яҡыныбыҙ, ғәзиз туғаныбыҙ Раян Авил улы БИКБУЛАТОВ юбилейын - 60 йәшен билдәләй.

Раяныбыҙ - уңған, булдыҡлы кеше. Нимәгә тотонһа, шул эш килә уның ҡулынан. Үҙ ваҡытында армияла лайыҡлы хеҙмәт итте, һуңынан алған һөнәрҙәре буйынса төрлө урында тырышып эшләне. Бөгөн дә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, эшләп йөрөй. Кәләше Гөлнара менән бына инде байтаҡ йылдар татыу һәм матур йәшәйҙәр. Киләсәктә лә уларға парлы тормош насип булһын. Туғаныбыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер, күңел көрлөгө, йән тыныслығы һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ!

60 йәшкә еткән ир-егеттәр
Ил ағаһы тигән дан ала.
Ҡылған ғәмәлдәре өлгө була,
Әйткән һүҙе хаҡлыҡ һанала.
60 йәш - ул ир-уҙаман өсөн
Иң матур мәл, йәшәр саҡтарың.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,
Тура юлдан барған саптарың.
60 йәш - ул ир-уҙаман өсөн
Имәндәрҙәй ныҡлы мәлдәре.
Күңелеңдә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен!

Иң изге теләктәр менән яҡындарың, туғандарың.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: