Конгэк
+4 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
2 Июнь 2023, 16:35

Ҡояшҡа тиң яҡын кешебеҙ

Донъя йәшеллеккә күмелгән йәмле айҙа Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең яратҡан, ҡәҙерле кешебеҙ - Солтанова Руфина Авил ҡыҙы үҙенең матур юбилейын - 55 йәшен билдәләне.

Ҡояшҡа тиң яҡын кешебеҙ
Ҡояшҡа тиң яҡын кешебеҙ

Донъя йәшеллеккә күмелгән йәмле айҙа Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең яратҡан, ҡәҙерле кешебеҙ - Солтанова Руфина Авил ҡыҙы үҙенең матур юбилейын - 55 йәшен билдәләне.

Бала сағынан егәрле бала булды туғаныбыҙ, әсәйҙең уң ҡулы булып, гел уның эргәһендә ярҙамлашып йөрөй торғайны. Мәктәптә уҡығанда, йәйге каникул ваҡытында ял лагерҙарында эшләргә лә өлгөрә ине.

Тәбиғәте менән кешелекле, кеселекле, мәрхәмәтле кеше булғанғалыр, Руфинабыҙ Ергән мәктәбендә 10-сы класты тамамлағас, донъялағы иң изге һөнәрҙәрҙең береһен һайлап, Салауат медицина училищеһына уҡырға инде һәм ҡулына диплом алғас, Йомаҡ ауылына эшкә саҡырылды. Һуңынан үҙәк район дауаханаһынының гинекология бүлегенә медсестра булып ҡайтты. Ул бөгөн дә шунда эшләй. Туғаныбыҙ бына инде оҙаҡ йылдар дауамында яҡташтарының һаулығы һағында тора. Кешелеккә йәшәү бүләк иткән гүзәл заттарҙан йылы һүҙен, яғымлы ҡарашын йәлләмәй, уларҙың һәр ҡайһыһы хаҡында хәстәрлек күрә. Эшләгән коллективынан, хеҙмәттәштәренән дә уңды.  

Ҡорған ғаиләһендә лә бәхетле ҡәҙерлебеҙ. Хәләле Барый менән сәмләнеп, дәртләнеп тормош көтәләр, әле йәшәгән донъялары ла иҫ киткес, бөгөн иһә егәрле пар икенсе йортон төҙөп бөтөп бара. Барый кейәүебеҙ Себерҙә эшләй, ныҡ егәрле, булдыҡлы кеше, уның ҡулынан килмәгән бер генә эш тә юҡтыр, моғайын. Һоҡланғыс ғаиләлә Регина исемле ҡыҙҙары буй еткерҙе, ата-әсә булараҡ, уға матур тәрбиә биреп оло тормош юлына сығарҙылар. Ул да әсәһенең юлын һайланы, юғары уҡыу йортонда белем алып, әлеге көндә үҙәк район дауаханаһында кардиолог булып эшләп йөрөй. Регинаның ғаиләһендә Самира исемле ҡыҙ һәм Данияр исемле малай үҫеп килә.

Руфина үҙенә  бөтә күркәм сифаттарҙы туплаған, изге күңелле, туған йәнле, ярҙамсыл кеше. Үҙебеҙҙең әсәйебеҙҙе лә оҙаҡ йылдар буйы тәрбиәләп, хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатты ул. Изге күңелле, башҡаларға ҡарата хәстәрлекле булғаны өсөн рәхмәтлебеҙ!

Ул туғандары, яҡындары өсөн дә өҙөлөп тора, тәүлектең ҡайһы сәғәтендә генә шылтыратма, йүгереп килеп етергә, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Ул серҙәш тә, кәңәшсе лә.  Ҡул эшенә лә маһир. Уның ҙур оҫталыҡ менән бәйләгән шәлдәренә һоҡланмау мөмкин түгел! Үҙ йортонда йәшәгәндәргә хас бөтә эште лә башҡарып, йорт-ихатаһын сынъяһау итеп тота.

Уның тураһында бик күп яҙырға булыр ине. Һәр кемгә йылыһын бүләк итеп балҡыған ҡояшҡа тиңләрлек үҙен, өләшкән күңел йылыһы һәр ҡайһыбыҙға етә.

Ҡәҙерле һеңлебеҙҙе, апайыбыҙҙы, балдыҙымды, бикәсебеҙҙе, ҡатынымды, әсәйебеҙҙе, өләсәйебеҙҙе байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле һәм бәрәкәтле тормош, парлы оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Зәлиә ҺӨЙӘРҒОЛОВА.

 

Тыуған көнөң кеүек йәмле булһын
Килер йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.

Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!

Изге теләктәр менән апайың Зәлиә, еҙнәң Әмир, һылыуың Эльвира, кейәүең Филәрит, Раил һәм Раян ағайҙарың, Фәнүзә һәм Гөлнара еңгәләрең, ирең Барый, ҡыҙың Регина, Самира ейәнсәрең, ейәнең Данияр.

 

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: