Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
8 Сентябрь 2023, 10:53

Ғүмерҙең татлы миҙгеле – балаларыңдың бала сағы

Уларҙың бәләкәй генә ҡупшы йорто Һыртлан ауылының иң матур урынында урынлашҡан.

 

Шишмә районы Әлбәй ауылынан ошонда килен булып төшкән Гүзәл һәм Илнур Сәйфуллиндарҙың ғаиләһе күп балалы. Улар 2 йәштән 15 - кә тиклем 6 бала тәрбиәләй.

Йәштәр Өфөлә осраша,  2006-2007 йылдарҙа Гүзәл штукатур-маляр, Илнур  ташсы һөнәрен үҙләштереп, баш ҡалала уҡыған йылдары була.  Оҙаҡ ҡына  бер-береһенең холҡон өйрәнеп, дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнешергә ҡарар итәләр. Бына хәҙер 16 йылдан ашыу улар ошонда төпләнеп донъя көтә.

Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы “Әсәлек миҙалы”на лайыҡ.

- Был ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Ул-ҡыҙҙарыбыҙға хеҙмәт тәрбиәһе бирергә тырышабыҙ. Ололары бәләкәстәре өсөн өҙөлөп тора. Йәш араларында айырма әллә ни ҙур түгел, шулай булыуға ҡарамаҫтан, туғандар араһында апай-ағай тойғоһо, хәстәре  ныҡ үҫешкән, - ти әсә.

Балаларға матур яңғырашлы исем ҡушҡандар: Илназ, Айһылыу, Мәҙинә, Ильяс, Әмилә һәм иң кесеһе Айназ. Беҙ барғанда Әмилә Ильяс, Мәҙинәнең йәйге каникулда ҡунаҡҡа киткәйне, ә 15 йәшлек Илназ ауыл көтөүен көтә ине. ”Мәктәпкә ваҡ-төйәк алырға аҡса туплайым, телефонда ултырғансы, бындай эш килем килтерә”,- тине ул ололарса фекер йөрөтөп. Иң бәләкәсе Айназға – 2 йәш. Ямғырҙан һуң хасил булған күләүектәр эсенән рәхәтләнеп яланаяҡ йүгергән сабыйҙы тотоп яратмай мөмкин түгел ине.

Ғаилә баҡса үҫтерә, 5 баш һыйыр, 3 баш йылҡы, тана-быҙауҙар , ҡош-ҡорт аҫрай. 

- Яҙҙан көҙгә тиклем баҡсаны бергә ултыртып, уңышын бергә йыябыҙ, - ти ғаилә башлығы. Балалар тиҙ үҫә, әле бер, әле икенсеһе кәрәк, еткерергә, яйлап ҡына һораған нимәләрен алырға тырышабыҙ. Үҙҙәре лә тырыш, ҡыҙҙар аш-һыу бүлмәһендә, малайҙар ихатала, һарайҙа ярҙам итә.

Бына шулай , бәләкәй генә йортта йәшәгән ғаилә хөкүмәттән килгәнде генә көтөп ятмай, хәләл көс менән тапҡан  мал иҫәбенә йәшәй, балалар үҫтерә.

Ғүмерҙең татлы миҙгеле – балаларыңдың бала сағы
Ғүмерҙең татлы миҙгеле – балаларыңдың бала сағы
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: