Конгэк
+4 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
13 Сентябрь 2023, 15:44

Ҡайғы эсендә лә шатлыҡ орлоғо бар

Йәнәшәбеҙҙә тормош һынау­ҙарына бирешмәй, ауырлыҡтар алдында һынмай, көслө рухлы булып ҡала белгән, тормош­то ысын күңелдән яратҡан кешеләр байтаҡ. Шундай асыҡ йөҙлө, изге күңелле кеше менән осрашһаң күңелгә рәхәт булып ҡала.

Ҡайғы эсендә лә шатлыҡ орлоғо бар
Ҡайғы эсендә лә шатлыҡ орлоғо бар

Йәнәшәбеҙҙә тормош һынау­ҙарына бирешмәй, ауырлыҡтар алдында һынмай, көслө рухлы булып ҡала белгән, тормош­то ысын күңелдән яратҡан кешеләр байтаҡ. Шундай асыҡ йөҙлө, изге күңелле кеше менән осрашһаң күңелгә рәхәт булып ҡала. Мәҡәләбеҙ геройы Вәсилә Күсмәева тураһында һүҙебеҙ.

Вәсилә Юнир ҡыҙы Аптраҡ ауылында бишенсе бала булып донъяға килә. Бала сағы, үҫмер йылдары ошонда үтә уның.
- Әтейем Юнир Юлтимеров Аптраҡ ауылында балта оҫтаһы булды, ғүмер буйы фермала ат саналары, арбалары эшләне. Бәләкәй сағымда, 3-4 йәш кенә булғандыр, әтейем менән бергә сана эшләгән өйҙә уйнай торғайным. Үкенескә күрә, ул ауырып, иртә китте донъянан.
Әсәйем Сара Юлтимерова фермала һауынсы булып эшләне. Үҫкәсерәк уның янына барып ярҙам иттем. Бөгөн әсәйем дә юҡ инде. Шулай уҡ ағайымдар Надир, Заһир, апайым Роза - гүр эйәләре. Бер туғандарым араһынан иң оло апайым Гөлсинә менән мин генә ҡалдыҡ. Ул миңә әсәйем кеүек, хәлемде белергә йыш килеп йөрөй, рәхмәт уға, - тип ҡәҙерлеләрен иҫкә төшөрә Вәсилә Күсмәева. – 9-сы класҡа тиклем Аптраҡ мәктәбендә уҡыным, ә унынсыны Ейәнсура районы Иҫәнғолда Мәрйәм Бураҡаева асҡан башҡорт гимназияһында дауам иттем. Башҡорт теленә һөйөү һәм тәрән белем алдым унда. Ағайым фажиғәле үлеп киткәс, әсәйем бер үҙе тип, 11-се класҡа тағы Аптраҡҡа ҡайттым. Уны тамамлағас, Салауат медицина училищеһына фельдшер һөнәренә уҡырға ингәйнем, әллә нишләп ташлап ҡайттым. Хәҙер шуға үкенәм.
Ваҡытында нимәнелер эшләгән йә, киреһенсә, эшләмәгән өсөн үкенеү беҙҙең бөтәбеҙгә лә хас. Мөмкинселек булһа, күптәр үткәнгә кире ҡайтып, хаталарын төҙәтер ине. Тормоштоң һәр бите беҙҙе нимәгәлер өйрәтә, һынай, сыныҡтыра, һабаҡ бирә.
Ерек ауылы егете Ильяс Күсмәев менән танышып, үҙ аллы тормош ҡора йәштәр. Улдары Венерҙы тәрбиәләп оло юлға баҫтыралар. Вәсилә Юнир ҡыҙы ауыл мәктәбендә, һуңынан клубта иҙән йыуыусы булып эшләй. Унда эшләгәндә иҙән йыуыусы ғына түгел, ә концерт ҡуйып та, бөтә йәмәғәт эшендә лә ҡатнашырға, тирә-яҡта таҙалыҡ булдырырға ла тура килә уға. Эшләгәндә янындағы кешеләрҙе яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала ул.
- Почтальон булып та сыҡтым, ул эшемде лә ныҡ яраттым. Әммә 2013 йылда аварияға осрап, муйын һынып, инвалид арбаһына ултырырға тура килде. Авария­нан һуң ике йыл Мәләүездә йәшәнек. Ильяс автобуста эшләне, мине ҡараны, әҙерәк арыуланғас Нижневартовск ҡала­һына вахта ысулы менән водитель булып эшкә урынлашты. Әле һаман шунда эшләп йөрөй. Ҡыйын ваҡыттар үтте инде, - ти Вәсилә Юнир ҡыҙы.
Маңлайыңа яҙылған яҙмышты үҙгәртеп булмай тигәндәре хаҡтыр, моғайын. Эргәңдә яратҡан, аңлаған кешең булыу - үҙе бер йыуаныс һәм ҡыуаныс. Шулай, Вәсилә лә ун йыл коляскала ултырыуына ҡарамаҫтан, үҙенә төшөнкөлөккә бирелергә бер ҙә юл ҡуймай. Ауылға йәм биреп торған матур йорт һалып та сыҡҡан улар. Әле эргәһендә - бер бөртөк улы, килене. Ултырһа ла, ике ейәненә - күҙ-ҡолаҡ. Уларға ҡарап йыуаныс таба ул. Хәл белергә килеп-киткән кешегә ишектәре һәр ваҡыт асыҡ уларҙың. Күршеләре менән дә бер ғаилә һымаҡ татыу, ҡатышып йәшәйҙәр. Үҙе туғандар, класташтар осрашыуы ойошторған. Башта Ағиҙел буйында үҙе яғынан бөтә туғандарын йыйған, һуңынан Ерек шишмәһе буйында тормош иптәшенең барлыҡ туғандарын саҡырып күрештергән. Бындай эште һәр кемдә булдыра алмай. Үҙ аяғында йөрөп тә тормоштан ҡәнәғәт булмағандар ҙа юҡ түгел бит арала.
- Йәйҙәрен Нөгөш һыуһаҡлағысында катерҙа йөрөп, тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙәре үҙе бер ғүмер. Эргәмдә булған кешеләргә рәхмәт, улар йәшәүгә мәғәнә, өмөт бирә. Әбет мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары концерт килеп ҡуйҙы. Бик күңелле булды. Алдыма килгән һынауҙарҙы яҙмышымдыр тип ҡабул итәм. Аллаһы тәғәлә көслө кешегә генә бындай ауырлыҡ бирәлер. Әммә мин күп нәмәгә өйрәндем. Тормош­ҡа башҡа күҙлектән ҡарай башланым. Хәҙер сәләмәтлектең ҡәҙерен беләм. Үҙ аяҡтарыңда йөрөүҙең, күҙҙәрең күреүе, ҡулдарың эшләүе ҡә­ҙерле бүләк икәнен аңланым. Әгәр яҙмыш ҡушыуы буйынса инвалид арбаһына ултыраһың икән, юғалып ҡалмаҫҡа кәрәк. Унда ултырып та, хыял ҡанаттарында осорға була. Иң мөһиме – тормошто яратырға кәрәк, - ти Вәсилә Күсмәева.
Эйе, сәләмәтлегең сикләнгән булыу ни дәрәҗәлә ауыр, ни ғазап икәнен үҙ башынан үткәргән кеше генә аңлай. “Ҡайғы эсендә лә шатлыҡ орлоғо бар”, – ти йор һүҙле, тапҡыр телле халҡыбыҙҙың әйтеме. Бөгөн Вәсилә үҙендә рухи көс табып, һынмай-һығылмай, ауыртыуҙарына зарланмай ғүмер итә. Уның яҙмышына риза булып, киләсәккә ниәт-маҡсаттар менән йәшәүен күптәргә өлгө итеп ҡу­йырға мөмкин!

Ҡайғы эсендә лә шатлыҡ орлоғо бар
Ҡайғы эсендә лә шатлыҡ орлоғо бар
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: