Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
12 Март , 14:41

Ҡартлыҡ булмаһа, йәшлекте һағынмаҫ инек

Оҙон ғүмерле был инәй менән былтыр уның ҡыҙы, “Көнгәк” гәзитенең уҡыусыһы Ғәлиә Кәримоваға “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йортоноң бүләген алып барғанда танышҡайныҡ. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан йүгереп, өҫтәл әҙерләгән ағинәй менән яйлап улытырп һөйләшке килгәйне. Быйыл, ниһайәт, форсат сыҡты.

- Бала сағым тәбиғәттең хан йәйләүендәй иҫ китмәле күркәм мөйөшөндә үтте, - тип башланы 92 йәшлек Миңниса Кәримова үҙенең хәтирәләрен. - Атайым йөҙләгән баш колхоз умартаһын ҡараны, мин әсәйемдең тыйыуына ҡарамай, 3-4 йәштән йәйҙең күп осорон шул яланда уҙғарыр инем. Атайым иҫән, әсәйем күмәк хужалыҡ эшендә, туғандарым иҫән-һау. Бәләкәй генә йортобоҙ шатлыҡ утраусығына оҡшаш ине. Йоҡоһоҙ төндәрҙә ғүмеремдең тап ошо өлөшөн ҡат-ҡат хәтерләп, бәхетле мәлдәремде күҙ алдымдан уҙғарам.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанын  әсәйем менән баҙарҙа ишеттек. Кеше яҙмыштарын пыран-заран килтергән хәбәрҙе тыуған ауылым Аралбайға беҙ алып ҡайттыҡ.

Ауылдаш ир-егеттәрҙең йәйәүләп тә, арбаға тейәлеп тә яуға киткәнен хәтерләйем. Көҙгөһөн игенде йыйып ырҙынға һалдыҡ. Фронттан ҡайғылы хәбәрҙәр  артты.  1942 йылдың декабрендә атайыма повестка килде, Өфө тарафында кавалерия полкы өсөн аттар өйрәтә ине. Унда фажиғәгә тарып, Стәрлетамаҡта ҡорал әҙерләү заводына күсерәләр. Һаулығы ныҡ ҡаҡшағас, күҙ терәп торған һыйырыбыҙҙы һатып, әсәй бер нисә тапҡыр янына барып ҡайтты.

Мин был ваҡытта ҡул араһына ингән инем инде. Өлкән апайымды ФЗО-ға алып киттеләр. Әсәйҙе бик һирәк күрәбеҙ – таң менән фермаға сығып китә лә, беҙ йоҡлағас ҡына бер нисә сәғәт серем итеп, тағы шунда юллана. Ашау наҡыҫ, төрлө ауырыу көсәйҙе. Ике туғаным менән ҡалам - бәләкәй ҡустым  ауырып китте, өшөй, тын ала алмай йүткерә. Ҡуйыныма ҡосоп һалҡын йортта йылытырға маташам. Иртән нишләп уянмай тип ҡараһаҡ, үлеп ятҡан. Ер эшкәртеү, мал ҡарауҙа тик ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар. Яҙғыһын эшкә барған ерендә ҡапыл ауырып әсәйебеҙ вафат булды. Йәтимлек шулай башланды. Бәләкәй ҡустымды балалар йорто итеп ойошторған интернатҡа алдылар, әммә ул да сирләп үлде. Мин әсе яҙмыш ҡосағында бер үҙем ҡалдым – атай хеҙмәт армияһында, апайымдың яҙмышы билдәһеҙ.

Колхоз ағас ҡырҡырға ебәрҙе. Күккә олғашҡан ҡарағайҙар гөрһөлдәп ауғансы хәүефһеҙ ергә йүгереп барып етергә кәрәк, ә минең кәүҙәм бәләкәй, йүгерә алмайым, йәлләп, аш бешереүсе итеп ҡуйҙылар. Унда ла йылғанан һыу ташырға, яғырға утынын үҙеңә ярырға кәрәк. Буйым етмәгәс, өҫтәлгә менеп, туҡмасты тубыҡланып йәйәм. 4 йыл ҡышҡы һалҡында урамда сей утын яғып ашарға бешерҙем.

Күп күрелде, уларҙы һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Еңеү көнөн үгеҙ егеп ер тырматҡанда ишеттек. Самолет ҡағыҙҙар ташланы, уҡый белгән апайҙар фашистарҙы еңгәнбеҙ тип һөйөнсөләне. Бынан һуң мине тағы Кананикольск тарафына урман ҡырҡырға ебәрҙеләр. Ауылымды үҙәгем өҙөлөп һағынһам да, түҙҙем, бирешмәнем.

1948 йылдар булғандыр, тимер юлы төҙөргә ебәрҙеләр. Таш, тупраҡ ташып, Илкәнәйҙән Салауат ҡалаһына тиклем барып еттек. Шул юлдарҙың һәр аҙымына ни тиклем көс, ныҡышмаллылыҡ һалынғанын уйлайым да, хайран ҡалам.

Урыҫтар араһында йөрөгәнгәме, уларҙың телен бәләкәйҙән белдем. Ауыл советына депутат итеп һайланылар, Мораҡҡа сессияға йөрөйбеҙ, сығыш яһайым. Буласаҡ ҡайным димләне мине иремә. Ғилметдин үҙемдән йәше буйынса байтаҡҡа оло ине. Ун йыл йәшәп биш балаға ғүмер бирҙек. Бөгөн, аллаға шөкөр, Ғәлиә ҡыҙым менән йәшәйем. Кәбир улым да ғаиләһе менән Мәләүездә, Хәбирем - Салауат ҡалаһында.

Нимә әйтергә теләр инем: кешене ауырлыҡ сыныҡтыра. Берҙәмлек еңеүгә көс өҫтәй. Сыҙамлыҡ ҡайғыны үткәрергә булышлыҡ итә. Беҙҙең халыҡта илһөйәрлек көслө. Аллаға шөкөр, бөгөн дә шулай. Донъя имен булһын, ҡалғанына түҙергә була”.

Ағинәй Миңниса Хәлил ҡыҙының хәтере ныҡ, зиһене асыҡ булыуына һоҡландым. Кешеләргә тик яҡшы мөнәсәбәттә икәнлегенә инандым. Ысынлап та, донъялар именлеген теләп йәшәйек.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

 

Ҡартлыҡ булмаһа, йәшлекте һағынмаҫ инек
Ҡартлыҡ булмаһа, йәшлекте һағынмаҫ инек
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: