Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
24 Апрель , 10:02

"Консультант" та ярты һүҙҙән аңлайҙар

Бер-береһенә терәк һәм кәрәк

Рәсәйҙә һалым түләү системаһы яйға һалынған, ай һайын эш хаҡының 13 проценты ҡаҙнаға күсеп бара. Ошо тәртипкә өйрәнеп тә бөткәнбеҙ инде.

Әммә үҙеңдең һалым ҡайтармаларын алыу бик үк еңелдән түгел, үҙ аллы ҡағыҙ, бланк тултырыу - күптәр өсөн ҡыйынылыҡ тыуҙыра.

Өфөлә эшләй башлағас, ай һайын килеп торған пенсияға иҫәбенә балаларға фатир һатып алырға булдыҡ. Йөрөнөк, алдыҡ, түләнек. Йыл үткәс, закон буйынса һалым ҡайтармаһына ҡағыҙ юллай башлағас, мин үҙемдең финанс мәсьәләһендә ни тиклем һай йөҙгәнемде аңланым.

Өфөлә йөрөргә ваҡыт юҡ, эшләйбеҙ, Мораҡ - кире яҡ, юл алыҫ, ярты ғазап. Ике урталыҡта торған Мәләүезде һайлап, Смоленский урамы, 142 ”А” йортонда урынлашҡан “Консультант” яуабы сикләнгән ойошманы һайланым. “Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына” тигәндәй, мине үҙ телемдә һөйләшкән, яғымлы һәм иғтибарлы хеҙмәткәрҙәр ҡабул итте. Ҡурҡҡан эш хәйерле була, мөрәжәғәтемә төплө кәңәш бирҙе, аңлаттылар, документтарҙы ла үҙҙәре тултырҙы. 2004 йылда асылып, халыҡҡа бөгөн һалым буйынса ҡайтарма (НДФЛ), шәхси предприятеларҙы теркәү һәм ябыу, отчет биреү, онлайн-касса, юридик хеҙмәт һәм бухгалтер һәм финанс хеҙмәттәре лә күрһәтәләр бында.

Етәксеһе төплө белемле, сабыр һәм итәғәтле ир-уҙаман - Ринат Мырҙабулатов Күгәрсен районы Түкәт ауылынан. Өфө ҡалаһында  финанс техникумын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын район финанс бүлегендә башлай. Тәүәкән ауылы ҡыҙы Гөлдәр менән тормош ҡороп, ике ҡыҙға ғүмер бирәләр. Яҙмыш елдәре уларҙың ғаиләһен Мәләүез ҡалаһы менән бәйләй. Ринат  Сәлим улы Пенсия фондында, һалым ойошмаһында эшләп, тәжрибә туплай. Ситтән тороп финанс институтында юғары белем ала.

2004 йылда үҙ эшен аса һәм “Консультант” ойошмаһына нигеҙ һала. Оҙайлы йылдар дауамында улар үҙенең клиент базаһын булдырған. Күптәр финанс һорауҙарына яуапты тап ошонда таба. Бөгөн Гөлнәзирә һәм Гөлназ ҡыҙҙары атаһының юлын һайлап, ошонда уҡ эшләй. Башҡортса матур итеп аралашыуҙары, һорауҙарға үҙ телебеҙҙә асыҡ, төплө яуап, консультация биреүҙәре менән дә оҡшай улар халыҡҡа.

Бәхетле олатай-өләсәй Диана, Данир, Динә исемле ейән-ейәнсәрҙәренең яратҡан кешеһе. Балаларҙың балалары  тормош матурлығын бөтөнләй икенсе яҡтан асырға булышлыҡ итә. Хужабикә аш-һыуға оҫта, уның бәлеш, тәмлекәстәре телеңде йоторлоҡ, баҡсаһында гөл-сәскә күҙ яуын ала, баҡсала емеш-еләктең ниндәйе генә юҡ!

"Консультант" та ярты һүҙҙән аңлайҙар
"Консультант" та ярты һүҙҙән аңлайҙар
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: