Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Реклама
25 Апрель 2023, 15:50

«ФОРМАТ» полиграфияһы һеҙҙе көтә!

Адресы: Октябрь урамы, 5-се йортта урынлашҡан «Полиграфия Формат» ҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (967) 740-49-46. «Бәйләнештә» төркөмөндә https://vk.com/dstick һылтанмаһы аша табырға мөмкин.

«ФОРМАТ» полиграфияһы һеҙҙе көтә!
«ФОРМАТ» полиграфияһы һеҙҙе көтә!

Донъя яҙ миҙгелен ҡаршы алып, тирә-яҡ йәшеллеккә күмелгән йәмле осорҙа ҡалала күптәргә билдәле «Формат» полиграфияһы үҙенең юбилейын билдәләй.

Бынан ун йыл элек эшҡыуарлыҡта тәүге аҙымдарын яһаған полиграфия үҫешә, камиллаша барып, бөгөн матурлыҡҡа үҙ өлөшөн индерергә, бизнес өлкәһендәгеләргә генә түгел, мөрәжәғәт иткән һәр кемгә хеҙмәтен күрһәтергә әҙер.

«Формат» етештергән бөтә төр тауар халыҡта киң ҡулланылыш таба. Шулар иҫәбенә айырым зауыҡ менән әҙерләнгән адреслы алтаҡталар ҙа инә. Улар һатып алыусының ихтыяжынан сығып, төрлө формала, ҙурлыҡта һәм төҫтә яһала. Сифаты ла юғары. Миҙгелгә, һауа шарттарына ҡарамай, йылдар буйы ҡояшҡа уңмай, ҡар-ямғырҙа тутыҡмай хеҙмәт итә. Йәшәгән йортоғоҙҙоң йәки эш урынығыҙҙың адресы яҙылған матур алтаҡтаны ижади ҡарашлы оҫталар «һә» тигәнсе яһап бирәсәк.    

Йәй - туйҙар миҙгеле. Ғүмер байрамығыҙ уҙасаҡ урынды заманса итеп биҙәргә теләһәгеҙ, полиграфия хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итегеҙ. Дизайнерҙар саҡырыу ҡағыҙын, фотозонаны, ҡунаҡтарҙы табын артына ултыртыу планын, өҫтәлдәрҙе биләдәүсе һандар теҙмәһен үҙенсәлекле биҙәлеш менән яһап бирәсәк.

Бөйөк Еңеү байрамын билдәләргә лә һанаулы ғына көндәр ҡалып килә. Полиграфия кешелек тарихындағы иң мөһим датаға ла бик етди әҙерлек алып бара. Унда һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәрҙең фоторәсемдәре менән транспаранттар, машина тәҙрәһенә йәбештереү өсөн «Мин иҫләйем! Мин ғорурланам!» һәм башҡа төрлө яҙыулы, махсус символикалы йәбештереү ҡағыҙҙары етештереү ҙә ҡаралған. Шулай уҡ футболка, бейсболка, значокка үҙегеҙгә оҡшаған рәсемде баҫтырып алырға мөмкин.

Фоторәсем эшләтеп, документты сканер аша сығартып алырға, брошюра эшләтергә кәрәк булһа, полиграфия һеҙгә ярҙамға килергә әҙер.

Заказдар онлайн режимда ла ҡабул ителә, ҡала буйынса илтеп биреү мөмкинлеге ҡаралған, ташламалы хаҡ етештерелгән тауар күләменә бәйле.

Үрҙә һанап үтелгән хеҙмәттәр полиграфия күрһәткән хеҙмәттәрҙең бер өлөшө генә. Уларҙың эштәрен үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрергә теләһәгеҙ, Октябрь урамы, 5-се йортта урынлашҡан «Полиграфия Формат» ҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (967) 740-49-46. «Бәйләнештә» төркөмөндә https://vk.com/dstick һылтанмаһы аша табырға мөмкин.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы.

*Реклама хоҡуғында

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: