ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
29 Ноябрь 2017, 12:44

Дөйөм именлек өсөн бөтәбеҙ ҙә яуаплы

Юлхәрәкәте хәүефһеҙлеге көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әүерелде. Яңы ҡағиҙәләр, йәйәүле һәмводителдәргә язаныкөсәйтеү менән генә хәлде үҙгәртеү мөмкинме?!

Һандар ҡот осҡос - йыл дауамында республика юлдарында бер ауыл халҡына торошло кеше һәләк булған - 514 кешенең ғүмере өҙөлгән, шулар араһында 21 бала. Үҫмерҙәр, тиҙлек режимын күҙәтмәй, юл ҡағиҙәләрен инҡар итеп, скутер, мопедтарҙа ла һәләкәткә осрай.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының юл хәүефһеҙлеге хәрәкәте дәүләт инспекцияһы (ЮХХДИ) идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Динар ҒИЛМЕТДИНОВ Мәләүез автотранспорт предприятиеһы коллективы менән осрашҡанда статистика һандарына туҡталды. Сәфәренең тап ошонда башлауының сәбәбе ябай: автотранспорт предприятиеһы пассажирҙар йөрөтөүҙә ҙур роль уйнай, тимәк, халыҡ хәүефһеҙлеге һәм именлеге уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле.
Республиканың баш инспекторы участка милицияһы хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлегенә лә туҡталды. “Халыҡ һеҙҙе танырға, һеҙгә ышанырға тейеш”,- тине ул.
Йәштәр араһында наркотик, иҫерткес эсемлек ҡулланып, руль артына ултырыусылар һаны артыуы ла борсолоу тыуҙыра.
“Башавтотранс” предприятиеһы филиалы хеҙмәткәрҙәре полиция полковнигына үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе, фекер алышты. Юл билдәләре булмауы, йәйәүлеләр өсөн сығыу урынының яҡтыртылмауы, йөк машиналарына тағылмаға махсус ҡулайламаға сертификат алыу тәртибе, йәйге һәм ҡышҡы тәгәрмәстәрҙе алмаштырыу ваҡыты, автобус туҡталыштарында шәхси автомобиль водителдәренең транспортын ҡалдырыуы, техник тикшереү үткәндә ғүмерҙе страховкалау мотлаҡлығы тураһында һорауҙар бирҙе.
“Халыҡ менән тәртип һаҡлау органдары араһында асыҡлыҡ булырға тейеш”, - тип ҡабатланы Динар Заһит улы. Был һүҙҙәр район Хакимиәтендә граждандарҙы ҡабул иткәндә лә бер нисә тапҡыр яңғыраны. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартыуға бәйле, республика буйынса юл тәртибе һағында торғандар һаны 1900 ҡалды, был хәл районда ла күҙәтелә.
Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов шәхси ҡабул итеүҙән һуң үҙ интервьюһында халыҡ хәүефһеҙлеге, именлеге өсөн бөтә кимәлдә лә эш алып барыу кәрәклегенә туҡталды. “Район хакимиәте, депутаттар ғына түгел, йәйәүлеме ул, водителме - дөйөм именлек өсөн яуаплылыҡ тойорға тейеш”,- тине ул.
Читайте нас: