ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
15 Ғинуар 2018, 16:29

Вайымһыҙлыҡ бәләгә килтерә

Ғәҙәттәнтыш хәлдәр хәбәр итеүенсә, үткән байрам һәм ял көндәрендә районда ике янғынсығыу осрағы теркәлгән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр хәбәр итеүенсә, үткән байрам һәм ял көндәрендә районда ике янғын сығыу осрағы теркәлгән. Икеһендә лә мунса яныуы асыҡланған. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ. Янғын сығыуҙың төп сәбәбе – мейесте дөрөҫ төҙөмәү һәм ҡулланмау. Шуға күрә, янғын сығыуҙан һаҡланыу өсөн хәүефһеҙлек сараларын күрегеҙ: мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, бәләкәй балаларға яғырға ҡушмағыҙ, төҙөгән саҡта янғынға ҡаршы ҡоролмаларҙы ҡуйығыҙ.
Шулай уҡ, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев янғынға ҡаршы режимға үҙгәрештәр индерҙе. 2017 йылдың 30 декабрендә сыҡҡан ҡарар 2018 йылдың 8 ғинуарында Хөкүмәт сайтына ҡуйылды. Унда автомобиль юлы аша үткән тимер юлдарын ут сығыуҙан һаҡлауға айырым иғтибар бүленә: хәрәкәт ваҡытында янған әйберҙәр, ҡуҙ, шырпы, тәмәке төпсөктәре ташлау, шулай уҡ үләндәрҙе яндырыу тыйыла, ә сүп-сарҙы йыйыу һәм үләндәрҙе ҡырҡыуҙы ваҡытында башҡарыу талабы ҡуйыла.
Район-ара бүлеге.
Читайте нас: