ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
16 Ғинуар 2018, 16:32

Һалҡындан нисек һаҡланырға?

Республика биләмәһендә көндәрһыуытты.

Республика биләмәһендә көндәр һыуытты. Шуға бәйле Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығы Башҡортостан буйынса район-ара бүлеге район-ҡала халҡын һыуыҡ көндәрҙә һаҡлыҡ сараларын күрергә һәм көнкүрештә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра.
Шәхси һәм мөлкәт именлеген тәьмин итеү өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәгеҙ:
-көн һыуыҡта урамға сығырға тырышмағыҙ. Был айырыуса бәләкәй балаларға һәм оло кешеләргә ҡағыла. Тораҡ пункттан йыраҡ булған ергә саңғыла шыуырға барыуҙы кисектереп тороғоҙ;
-автомобилдә йыраҡ юлға сығырға тырышмағыҙ;
-урамға сығыр алдынан кейемегеҙгә ныҡлы иғтибар итегеҙ. Ҡыҫып торған өҫ һәм аяҡ кейеме ҡан әйләнешенә кире тәьҫир итә, шуға күрә иркенерәген һайлағыҙ. Аяҡ кейемегеҙ үксәһеҙ, уңайлы булһын;
-туңыуҙың тәүге билдәләрен һиҙеү менән (ҡалтыратыу, һиҙгерлек юғалыу, ойоу) яҡындағы йылы бинаға инегеҙ. Өшөгән урындарҙы йылы ҡул, йөн туҡыма менән еңелсә һыпырығыҙ. Һуңынан вата-марля (ҡул аҫтындағы йомшаҡ туҡыма) менән бәйләп ҡуйығыҙ;
-мөмкинлек булыу менән медицина ярҙамына мөрәжәғәт итегеҙ.
Һалҡын көндә шулай уҡ янғын хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар бирегеҙ:
-бинаны йылытыу маҡсатында төҙөк электр йылытыу приборҙарын ғына тотоноғоҙ;
-электр селтәрҙәренең ҡыҙыуынан һаҡланығыҙ, бер розеткаға бер нисә энергия тотоноусыны тоташтырмағыҙ;
-төнгөлөккә ҡабыҙылған электр приборҙарын ҡалдырмағыҙ, уларҙы кейем киптереү өсөн файҙаланмағыҙ;
-электр йылытыу әйберҙәре менән балалар уйнауын тыйығыҙ;
-уларҙы ҡорма йәки мебелгә яҡын урынлаштырмағыҙ;
-һыуыҡ ваҡытта мейес ҡыҙмаһын өсөн көнөнә 2-3 тапҡыр 1-1,5-әр сәғәт яндырығыҙ.
Ғәҙәттән тыш хәл булған осраҡта “01” йәки “101” һанына шылтыратығыҙ!
Фото интернеттан.
Читайте нас: