Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
13 Февраль 2018, 15:27

Янғындан һаҡ булығыҙ!

Рәсәйҙә йылына 150 меңдән артыҡ янғын осрағы билдәле, унда 8 мең кеше һәләк була, 9 меңгә яҡыны төрлө кимәлдә тән йәрәхәттәре ала.

Рәсәйҙә йылына 150 меңдән артыҡ янғын осрағы билдәле, унда 8 мең кеше һәләк була, 9 меңгә яҡыны төрлө кимәлдә тән йәрәхәттәре ала.
Районда үткән йыл 86 янғын теркәлгән, 1 кеше һәләк булған, 16 кеше төрлө кимәлдә тән йәрәхәттәре алған.
Күрһәткестәр буйынса ут сығыуҙың 80 проценты шәхси торлаҡ секторҙарында күҙәтелә. Ҡағиҙә булараҡ, йәйен һәм ҡышын күберәк янғын сыға. Үткән йыл торлаҡ йортта һәм фатирҙарҙа - 24, ишек алды ҡаралтыһында - 32, дача баҡсаһында - 4, бесән йәки һалам яныу - 3, производство объектында һәм дауалау учреждениеларында 1-әр һәм башҡа төрлө осраҡтарҙа 8 янғын сығыу осрағы асыҡланған. Янғын сығыуҙың төп сәбәптәре:
- мейесте дөрөҫ төҙөмәү һәм ҡулланмау – 5;
- иретеп йәбештереү эштәрен башҡарғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу – 4;
- ут менән һаҡһыҙ ҡулланыу – 4;
- автотранспортты ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу – 2;
- газ ҡорамалдарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу – 1 осраҡ.
Йыл һайын һауа температураһы төшөү менән янғын осраҡтары ла йышыраҡ күҙәтелә. Йәйге ваҡыт менән сағыштырғанда күрһәткес 30 процентҡа артҡан. Тап ноябрь һәм декабрь айҙарында ғына 21 янғын сыҡҡан, унда 6 кеше тән йәрәхәте алған, 3-һө - балалар.
Хөрмәтле район халҡы! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: янғынды булдырмау өсөн хәүефһеҙлек талаптарын үтәү мотлаҡ, уны һүндереүгә ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк.
Раил Гайсин, район-ара бүлеге етәксеһе.
Читайте нас: