ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
22 Февраль 2018, 13:57

Светофор минең дуҫым

Балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, урамда хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә өйрәтеү - өлкәндәрҙең иң мөһим һәм яуаплы бурысы.

Балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, урамда хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә өйрәтеү - өлкәндәрҙең иң мөһим һәм яуаплы бурысы. Был юҫыҡта “Дельфин” 2-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында кескәйҙәрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә.
Яңыраҡ беҙҙең балалар баҡсаһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәтеүгә, иҫкәртеүгә арналған сара үтте. Унда 6-сы урта төркөмдән “Светофор” командаһы һәм 2-се урта төркөмдән “Йәйәүле” командаһы ҡатнашты. Тәрбиәселәр Светлана Данилова менән Гүзәл Акшенцева, тәрбиәләнеүселәрен ҡеүәтләп бергә ярышты. Әкиәт персонажы Светофорҙы башҡарған Әлфиә Мостафина балаларға күңелле эстафеталар әҙерләгәйне. “Йөктө ташы”, “Пассажирҙарҙы йөрөт”, “Светофорҙы йый”, “Иғтибарлы водитель” этаптарын кескәйҙәр сәм менән башҡарҙы. Улар көс һынашып ҡына ҡалманы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса ла белем кимәлен күрһәтте.
Ярышты ҡарарға йыйылған көйәрмән тәрбиәселәр, 9-сы төркөм балалары ла иғтибарһыҙ ҡалманы. Улар юл хәрәкәте билдәләренә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.
Дәрт, көсөргәнеш менән барған эстафетала дуҫлыҡ еңде. Кескәйҙәр Маҡтау грамоталары һәм тәмле приз менән бүләкләнде. Сара бөтәһенең ҡатнашлығында флешмоб менән тамамланды.
Әлфиә МОСТАФИНА,
физик тәрбиә буйынса инструктор.
Һүрәттә: Эстафета ҡыҙыу бара.
Гүзәл АИТОВА фотоһы.
Читайте нас: