ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Водителдәр “балҡып” торасаҡ

18 марттан илдә Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең яңы талабы үҙ көсөнә инә

2017 йылдың алты айында илдә ҡараңғы ваҡытта юл ситендә туҡтаған саҡта 66 водитель тапалған. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 4,8 процентҡа күберәк.

18 марттан илдә Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең яңы талабы үҙ көсөнә инә
Йәйәүлеләрҙең юлын яҡтыртыртыусы светофорҙарҙы ҡуйыу менән бер рәттән, водителдәр ҙә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы жилет йәки башҡа кейем кейергә тейешлелеге тураһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелде. Төндә юл-транспорт ваҡиғаһына осраған (йә иһә юлда туҡтаған) водителдәр машинанан мотлаҡ рәүештә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы жилетта ғына сығырға тейеш. Был ҡағиҙә күреү мөмкинлеге насар булғанда һәм көндөҙгө ваҡытта ла үҙ көсөндә ҡала.
Тәүлектең ҡараңғы ваҡытында юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң машинанан сыҡҡан водителдәрҙе йыш ҡыш башҡа автомобилдәр бәрҙереп китеү буйынса хәүефле статистика бындай ҡарарға сәбәп булаЖилет йәки башҡа еңһеҙ өҫ кейеме дәүләт стандарттары талаптарына тап килергә тейеш. Сара йәйәүлеләр ҡатнашлылығында юл транспорт ваҡиғаларын кәметеүгә йүнәлтелгән.
Ҡағиҙәне боҙоусыға административ иҫкәртеү йәки 500 һум күләмендә штраф янай.
Һүрәттә: йәйәүлеләргә яҡтыртыусы светофор ҡуйылды.
Автор фотоһы.

Читайте нас: