Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Гвардия хәүефһеҙлек һағында

“Мәңгелек ут” монументы алдында байрам айҡанлы митинг һәм сәскә һалыу тантанаһы үтте.

“Мәңгелек ут” монументы алдында байрам айҡанлы митинг һәм сәскә һалыу тантанаһы үтте.
Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтен ойоштороу тураһындағы Указға Президент Владимир Путин 2016 йылдың 5 апрелендә ҡул ҡуйҙы. Был - дәүләт һәм йәмғиәт хәүефһеҙлеге, граждандарҙың хоҡуғын яҡлау йүнәлешендә эшләнгән сираттағы аҙым.
Был дата хәрби традицияларҙың күсәгилешлеген һаҡлау һәм Рәсәй Федерацияһының милли гвардияһы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең абруйын арттырыу маҡсатында булдырылды. Милли гвардия (Росгвардия) Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәр базаһында ойошторолдо. Яңы федераль орган дәүләт объекттарын һаҡлау, йәмғиәт тәртибе булдырыу, терроризм һәм ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш менән шөғөлләнә.
Сараны асып, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров йыйылыусыларҙы һөнәри байрам менән ҡотланы.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов иҫтәлекле дата тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһаны һәм Милли гвардия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәргә уңыш, ғаилә именлеге теләне.
Байрамдың үҙ йолалары бар: был көндә хәрби хеҙмәттә айырым ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәргә Маҡтау грамотаһы, миҙалдар тапшырылды. Көс структураһы органдары хеҙмәткәрҙәре хәрби бурысты үтәгәндә һәләк булғандарҙы иҫкә алды, һәйкәлдәргә сәскә гөлләмәләре һалды, автоуҙыш ойошторҙо. Бер төркөм хәрбиҙәр байрам айҡанлы Маҡтау грамоталары, түш билдәләренә лайыҡ булды.
Район-ҡала ветерандар советы рәйесе Александр Кузнецов, Афғанстан ветерандары исеменән Виктор Дмитриев, “Батальон” хәрби хәрәкәт ветерандары ойошмаһы рәйесе Йәмил Әлмөхәмәтовтар сығышы хәрбиҙәр алҡышына күмелде.
Кемерово ҡалаһында фажиғәлә һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.
Һүрәттә: Һәйкәлгә сәскә һалыу мәле.
Читайте нас: