Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Апрель 2018, 12:09

Фәрит Ғүмәров: “Янғынға ҡаршы бергәләп!”

Йыл башынан республикала 812 янғын сыҡты, унда 69 кеше һәләк булды, 64-е йәрәхәтләнде. Былтырғы менән сағыштырғанда бөтә күрһәткестәр буйынса үҫеш күҙәтелә.

Йыл башынан республикала 812 янғын сыҡты, унда 69 кеше һәләк булды, 64-е йәрәхәтләнде. Былтырғы менән сағыштырғанда бөтә күрһәткестәр буйынса үҫеш күҙәтелә.
Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров янғын сәбәптәре һәм уларҙы иҫкәртеү саралары тураһында һөйләй.
- Фәрит Риф улы, Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн янғын һаны арта?
- Ҡышын йылытыуҙың өҫтәмә сараһын ҡулланыуға бәйле электр сымына көсөргәнеш арта. Сым иҫке булһа йәки электр ҡорамалын файҙаланыу ҡағиҙәһе үтәлмәһә, янғын сығыуы ихтимал.
Быйыл ҡыш былтырғыға ҡарағанда һыуығыраҡ булды. Мейесте ныҡ яғыу, шулай уҡ кирбес ярылыу, мейестән ҡуҙ төшөү, ҡарауһыҙ ҡалдырыу һөҙөмтәһендә янғын күп булды. Февралдә Баймаҡ ҡалаһында өс бала һөрөм еҫе менән ағыуланды, уларҙың береһен ҡотҡарып булманы.
Янғындың күбеһе ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпле сыға. Иҫерек килеш тәмәке тартыу сәбәпле 37 кеше һәләк булды.
Ошоларҙың бөтәһе лә янғын үҫешенә булышлыҡ итә. Уға тик граждандар, инспекторҙар һәм киң мәғлүмәт саралары, дәүләт органдары вәкилдәренең дөйөм көсө менән генә ҡаршы тороп була. Республикала үткән акция ла “Янғынға ҡаршы бергәләп!” тип атала.
- Янғын иҫкәртеү буйынса гәзит уҡыусыларына ниндәй күрһәтмә бирер инегеҙ?
- Мейес менән йылытылған торлаҡ милекселәре һәм ҡуртымға алып тороусылар мейес һәм төтөн юлдарын тикшерергә, ремонтларға һәм һөрөмөн таҙартырға, ярылған урындарын балсыҡ-ҡом ҡатнашмаһы менән һыларға тейеш. Мунсаһы, баҡса йорто булғандарҙың да ошо эште башҡарыуы мөһим. Быйыл 167 янғын мунсала сыҡҡан, шулай уҡ баҡса йорттары яныуы ике тапҡырға артҡан.
Хәүефһеҙ ҡулланыу өсөн мейес алдына 0,5х0,7 м үлсәмендә тимер киҫәге түшәү мотлаҡ. Уның янында яна торған әйбер ҡуйырға, кейем киптерергә ярамай.
Изоляцияһы, розеткаһы боҙолған электр үткәргесен, кабелдәрен файҙаланыу, электр селтәренә бер үк ваҡытта бер нисә ҡорамал тоташтырыу, ваҡытлыса үткәргес ҡулланыу тыйыла. Заводта етештерелгәндәргә генә өҫтөнлөк биреү мөһим. Ҡорма, йыһаз һәм тиҙ яныусан әйберҙәр янына йылытыу приборҙарын ҡуймаҫҡа. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ут сығыуҙан һаҡлар.
- Йыш ҡына яңылыҡтарҙа төтөнгә тауыш биргән сигнализация һөҙөмтәлелеге тураһында һөйләйҙәр. Уларҙың өҫтөнлөгө нимәлә? Улар янғындан нисек һаҡлай?
- Ул, тауыш биреп, янғын тураһында иҫкәртә. Төтөнгә тәьҫир иткән прибор ҡуйылһа, Баймаҡ, Борай райондарындағы фажиғәләрҙә балаларҙы ҡотҡарып булыр ине.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың бойороғона ярашлы, бындай сигнал биргән ҡорамал менән социаль хәүефле хәлдәге һәм күп балалы, аҙ килемле ғаиләләр бушлай тәьмин ителә. Бының өсөн республика бюджетынан аҡса бүленде. 2016 йылдан 39 меңдән ашыу прибор бушлай ҡуйылһа, быйыл йыл аҙағына тиклем 50 меңдән ашыу ҡорамал урынлаштырыласаҡ. Бынан тыш, 2018 йылда бала тыуғандан һуң һәр ғаиләгә сигнализация ҡуйыла. Балалар хәүефһеҙлеген хәстәрләгән ғаиләләр үҙҙәре һатып алып та ҡуя ала. Уның һөҙөмтәлелеге хаҡында Нефтекамала, Өфөлә, Әбйәлил, Мәләүез райондарында янғындар ҙа дәлилләй.
- Гәзит уҡыусыларына нимә теләр инегеҙ?
- Янғын ҡурҡынысы һәр ваҡыт булды һәм бар. Әгәр ҙә һәр кеше хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәһә, хәүеф кәмейәсәк. Төҙөк булмаған мейесте, электр приборҙарын файҙаланып, эскән килеш тәмәке тартып, үҙебеҙҙе утта янып һәләк булыу, мөлкәтһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы аҫтына ҡуябыҙ. Юҡҡа ғына, уғрынан ҡала, янғындан - юҡ, тимәгәндәр бит.
Шулай уҡ, бала бармы-юҡмы, һәр йортта, фатирҙа төтөнгә тәьҫир иткән сигнализация ҡуйыу тураһында уйланырға саҡырам. Миҫалға Архангель районындағы янғынды килтерәм. Бер ир йүшкәһен асырға онотоп, мейес яҡҡан да йоҡлап киткән. Йортта төтөн йыйыла башлағас, прибор сигнал биргән. Тауышҡа йорт хужаһы уянған һәм үлемдән үҙен ҡотҡарған.
Тыуған көндәрҙә бүләк биреү ғәҙәте бар. Бер-берегеҙгә ошондай ҡорамал бүләк итергә кәңәш итер инем. Әйҙәгеҙ, шундай йола булдырайыҡ: яратҡан һәм һаҡлаған кешеләребеҙгә, атай-әсәйҙәребеҙгә, дуҫтарыбыҙға минисирена алайыҡ. Ул ҡыйбат түгел (300 һумдан алып), әммә яҡын кешегеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡалып, бик ҡиммәткә әйләнеүе бар.
Читайте нас: