Конгэк
+14 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Внимание всем! В Башкортостане завоют сирены
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
3 Апрель 2018, 13:03
Эскән килеш руль артына ултырған өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған
2017 йылда һәм быйыл йыл башынан райондың 6 гражданы иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара иткәне өсөн иркенән мәхрүм ителде.
2017 йылда һәм быйыл йыл башынан райондың 6 гражданы иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара иткәне өсөн иркенән мәхрүм ителде.
2015 йылдың 1 июленән эсеп рулгә ултырған өсөн енәйәт яуаплылығын ҡараған РФ Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһы үҙ көсөнә инде. Эскән килеш транспорт сараһы менән идара иткәне өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған кешегә икенсе осраҡта енәйәт яуаплылығы билдәләнә.
Был енәйәт өсөн, 2 йылға иркенән мәхрүм итеү төрөнә тиклем, бер нисә төрлө яза ҡаралған. Яза ҡәтғиләнеүенә ҡарамаҫтан, районда эсеп руль артына ултырыусылар һаны арта. Мәҫәлән, былтыр - 104, быйыл 27 кеше енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылды. Уларға мәжбүри эш төрөндә яза бирелде, 6 кеше иркенән мәхрүм ителде. Бынан тыш, уларҙың бөтәһенә лә 2-нән 3 йылға тиклем транспорт сараһын идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүҙе тыйыу төрөндә өҫтәмә яза бирелде.
Ринат Йосопов, район-ара прокурор ярҙамсыһы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Ололарға бер йылы һүҙ етә
Ысын дуҫтар ғына... ҙур көскә эйә
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ