ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
3 Апрель 2018, 12:48

Имен генә үтһен ташҡын

Оҙон, һыуыҡ ҡыштан һуң яҙҙы ҡыуанып көтәбеҙ. Тап ошо айҙа борсолоу тыу­ҙырған, хәүеф уятҡан ташҡыны бар бит әле. Быйылғы ташҡын нисек булыр, унан нимә көтөргә? Ниндәй әҙерлек эштәре алып барыла?

Оҙон, һыуыҡ ҡыштан һуң яҙҙы ҡыуанып көтәбеҙ. Тап ошо айҙа борсолоу тыу­ҙырған, хәүеф уятҡан ташҡыны бар бит әле. Быйылғы ташҡын нисек булыр, унан нимә көтөргә? Ниндәй әҙерлек эштәре алып барыла?
Республикала оло йылғаларға боҙ тығылыуына юл ҡуймау сараһы күрелә. Бының өсөн ҡайһы ерҙәрҙә боҙҙо бысып йомшартыу ҙа етһә, бер нисә урында боҙ ҡатламы шартлатыласаҡ. Был маҡсатҡа йылдағыса боҙ шартлатыу­сылар бригадаһы төҙөлә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, ҡарҙа дым кимәле башҡа йылдарға ҡарағанда аҙ, ҡар ҡатламы ла түбән, шунлыҡтан ташҡын да көслө булмаҫ, тип фаразлана, әммә уяулыҡты кәметергә ярамай.
Район Хакимиәтендә тап ошо мәсьәләгә арналған ултырышта йылғаға яҡын урынлашҡан тораҡ пункттарҙа халыҡ менән аңлатыу эштәре ойоштороу, норматив документтар, ваҡытлыса йәшәү пункттары әҙерләү, граждандарҙы хәүефһеҙ урынға күсереү маршруттары тураһында әйтелгән ине.
Район Хакимиәте башлығының ”Ауыл биләмәләре, хужалыҡ объекттары, күпер һәм башҡа ҡоролмаларҙы яҙғы ташҡынға әҙерләү тураһында” 362-се ҡарарына ярашлы, “Мәләүез ағас эшкәртеү” йәмғиәте биләмәһендә яҙғы ташҡынды иҫкәртеү, ғәҙәттән тыш хәлгә юл ҡуймауға арналған сара үтте. Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов өс тиҫтәгә яҡын предприятие, ойошманың техникаһын ҡараны, шәхси состав менән аралашты.
Ауыл биләмәләре башлыҡтарына, предприятиелар һәм хужалыҡтар етәкселәренә ташҡын осорона авария бригадаларын булдырырға, һыу баҫыу хәүефе янаған зоналарҙың сиктәрен билдәләргә һәм тораҡ пункттар, хужалыҡ объекттарын һаҡлау саралары комплексын башҡарыуға, кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, медицина ярҙамын күрһәтеүҙе ойоштороуға айырыуса ҙур иғтибар бүлергә тәҡдим ителде. Һыу үткәргес ҡоролмалар, дамба һәм башҡа гидротехник ҡоролмаларҙы махсус контролдә тотоу урысы ҡуйылды.
Бөгөн уяулыҡ һәм һаҡлыҡ саралары көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала.
Автор фотоһы.
Һүрәттә: халыҡ хәүефһеҙлеге ошондай хеҙмәткәрҙәрҙең эшенә бәйле.
Читайте нас: