Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
3 Апрель 2018, 12:53

Законды үтәмәһәң штраф ҡаралған

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһы административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон ҡабул итте.

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһы административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон ҡабул итте. Документҡа ярашлы, терроризмға ҡаршы комиссия ҡарарын үтәмәгән һәм боҙған осраҡта административ яуаплылыҡ ҡаралған. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев мөһим ҡарарҙы үтәү дәүләт властары, урындағы үҙидара, ойошма, вәкәләтле шәхес һәм граждандар тарфынан мотлаҡ үтәлергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ысынбарлыҡта иһә был мөһим документты һәр кем үтәп бармай, ваҡыты менән улар инҡар ителә. Бөгөн донъяла террорға ҡаршы көрәш алып барылғанда, был бер сиккә лә һыймай.
Был комиссия республикала РФ Президенты башланғысы менән булдырылды. Ул терроризмды иҫкәртеү һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү йүнәлешендә эшләй.
Яңы законға ярашлы, терроризмға ҡаршы комиссия ҡарарын үтәмәгән өсөн граждандарға 1 меңдән 3 меңгә тиклем, вәкәләтле шәхестәргә 10 меңдән 20 мең, юридик шәхестәргә 30-50 меңгә тиклем штраф ҡаралған. Законды ҡабатлап боҙғанда штраф суммаһын граждандарға 4-5 мең һум, вәкәләтле шәхестәргә - 30-50 мең һум, юридик шәхестәргә иһә 80-100 меңгә тиклем еткереү ҡаралған. Штраф санкциялары Закон рәсми баҫылғандан һуң 10 көн үткәс ғәмәлгә инә.
Читайте нас: