ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
5 Апрель 2018, 13:23

“01” хәбәр итә

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! Район-ара күҙәтеү һәм иҫкәртеү эше бүлеге хәбәр итеүенсә, район-ҡала биләмәһендә 23 янғын булған. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 8 осраҡҡа күберәк.

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!

Район-ара күҙәтеү һәм иҫкәртеү эше бүлеге хәбәр итеүенсә, район-ҡала биләмәһендә 23 янғын булған. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 8 осраҡҡа күберәк.

Янғын сәбәптәре түбәндәгесә:

-электр ҡорамалын ҡороу һәм файҙаланыуҙа ҡағиҙәләрҙе боҙоу;

-граждандарҙың ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы;

-транспорт сараһын файҙаланғанда ҡағиҙәләрҙе үтәмәү;

-мейес һәм төтөн юлдарын дөрөҫ эшләмәү һәм ҡулланмау.

Дмиртиевка ауылындағы янғында 1949 йылғы ҡатын һәләк булды. Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Район-ара күҙәтеү һәм иҫкәртеү эше бүлеге граждандарҙы янғын хәүефһеҙлеге сараларын ҡәтғи үтәргә саҡыра, сөнки бәхетһеҙ осраҡтарҙың күбеһе торлаҡ секторҙа теркәлә. Йортта, ихата ҡаралтыларында ут сығыуға юл ҡуймаҫ өсөн ябай ғына хәүефһеҙлек талаптарын үтәгеҙ.


Әгәр өйөгөҙҙә мейес булһа

-яғыр алдынан уның төҙөклөгөн тикшерегеҙ;

-3 айға бер тапҡыр мейес сығарыусы, мөрйә таҙартыусы саҡыртып, төтөн юлдарын һөрөмдән таҙартығыҙ;

-мейесте ағартып тороғоҙ, ярылған урын булһа, аҡ төҫтә ҡайһы ерҙән төтөн сығыуы яҡшыраҡ күренә;

-мейес алдына 50х70 сантиметрҙан да кәм булмаған тимер ҡағығыҙ;

-ғаилә ағзаларын мейесте көнөнә 2-3 тапҡырҙан һәм 1,5 сәғәттән күберәк яғырға ярамағанлығын иҫкәртегеҙ;

-ҡыҙғансы яҡмағыҙ, тоҡандырғанда бензин, кәрәсин кеүек тиҙ яныусан шыйыҡса ҡулланмағыҙ;

-янған мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;

-балаларға үҙ аллы мейес яғырға ҡушмағыҙ, шулай уҡ уларҙы янған мейес янында үҙҙәрен генә ҡалдырмағыҙ;

-йорт йыһаздарын мейестән 50 сантиметрҙан яҡыныраҡ араға урынлаштырмағыҙ, мейес эргәһенә утын һалмағыҙ, кейем киптермәгеҙ.

Әгәр өйөгөҙҙә газ ҡорамалы булһа

-газ ҡорамалын ҡуйыуҙы һәм ремонтлауҙы белгестәргә генә тапшырығыҙ;

-төҙөк булмаған газ приборҙарын ҡулланмағыҙ;

-контроль һәм көйләү приборҙары һүнһә, эшләмәһә йәки булмаһа, газ ҡоролмаһын ҡулланмағыҙ;

-йыһаздарҙы, тиҙ янған материал һәм әйберҙәрҙе көнкүреш газ приборҙарынан 20 сантиметрҙан яҡыныраҡ араға ҡуймағыҙ.
Читайте нас: