ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
5 Апрель 2018, 12:33

Рәмил Аҡсурин: “Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ”

Нисек үҙеңде хәүефһеҙлек менән тәьмин итергә? Эшләү дәүерендә исеме бер нисә тапҡыр үҙгәрһә лә, есеме үҙгәрмәне ойошманың. Бөгөн ул “Газпром газораспределение Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Күмертау филиалы Мәләүез комплекслы хеҙмәте тип атала.

Нисек үҙеңде хәүефһеҙлек менән тәьмин итергә?
Эшләү дәүерендә исеме бер нисә тапҡыр үҙгәрһә лә, есеме үҙгәрмәне ойошманың. Бөгөн ул “Газпром газораспределение Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Күмертау филиалы Мәләүез комплекслы хеҙмәте тип атала.
Йорт һәм фатир эсендәге газ ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү хеҙмәтенең бурыстары ла элеккесә: ҡулланыусыларҙы хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү. Был маҡсатҡа улар үҙ ваҡытында газ ҡорамалдарының, уны һүндереү ҡулайламаларының, газ үткәргестәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында графикка ярашлы тикшереү үткәреү менән өлгәшә.
Хеҙмәтләндереү коллективы тәжрибәле, унда 4 инженер-техник хеҙмәткәр һәм 21 слесарь эшләй. Улар араһында Татьяна Суслова кеүек оҙаҡ йылдар эшләгән, үҙ эшенең бөтә нескәлеген белгән белгестәр күп. Ул бына егерме йылдан ашыу шәхси һәм күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәрҙең газ ҡорамалын хәүефһеҙ файҙаланыуын тәьмин итә. Шулай уҡ Сергей Водорацков, Альберт Сангишев кеүек башҡа слесарҙарҙың яуаплылығы менән дә абоненттарҙы ғәҙәттән тыш хәлдәр урап үтә.
Билдәле булыуынса, газ приборҙарын хәүефһеҙ ҡулланыу өсөн яуаплылыҡ милексегә йөкмәтелгән. Ә газ плитаһын, колонкаһын һәм башҡа ҡорамалдарҙы диагностикалау, хеҙмәтләндереү йәки алмаштырыу менән бәйле ғәмәлдәрҙе Рәмил Аҡсурин етәкләгән йорт һәм фатир эсендәге газ ҡулайламаларын хеҙмәтләндереү хеҙмәте башҡара.
-Тикшереү эше йыл башынан аҙағына тиклем алып барыла. Слесарҙар йыл әйләнәһенә 34 мең 835 абоненттың газ ҡорамалдарын хәүефһеҙ ҡулланыуын тәьмин итә. Шулай ҙа графикка ярашлы алып барылған тикшереүҙәрҙе инҡар иткән граждандар ҙа бар. Бындай хәл айырыуса шәхси секторҙа йыш осрай. Һәр кеше үҙенең ғүмере, мөлкәте, торлағы өсөн генә түгел, күршеләре өсөн дә яуаплы булырға тейеш, - ти Рәмил Маркс улы.
Йорт һәм фатир эсендәге газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү өсөн төҙөлгән килешеү талабын боҙған өсөн яуаплылыҡ билдәләнгән. Быйыл ошо тәңгәлдә 50 акт төҙөлгән.
Хеҙмәт мастеры билдәләүенсә, тикшереү ваҡытында йыш ҡына газ ҡорамалдарының ҡулланыу ваҡыты үтеүе асыҡлана. Етештереүсе завод тарафынан билдәләнгән файҙаланыу ваҡыты үтһә, ҡорамалды техник тикшереүҙең ыңғай һөҙөмтәләре булған осраҡта ғына артабан ҡулланырға мөмкин.
Рәмил Аҡсурин ҡулланыусыларҙы үҙҙәрен һәм яҡындарын бәхетһеҙлек осрағынан һаҡлау өсөн бөтә хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә, тикшереүҙәргә аңлы ҡарарға саҡыра.
Һүрәттә: йорт һәм фатир эсендәге газ ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү хеҙмәте мастеры Рәмил Аҡсурин.
Автор фотоһы.
Читайте нас: