Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
13 Апрель 2018, 16:49

Бәләне алдан иҫкәртеү хәйерле

Кемерово ҡалаһындағы «Ҡышҡы сейә» сауҙа-күңел асыу үҙәгендәгефажиғә беҙҙең илде генә түгел бар донъяны тетрәндерҙе. Күнегеп тә бөтөпбарабыҙ инде: күптәр килемде, табышты бар нәмәнән дә, хатта балаларҙанда артыҡ күрә.

Кемерово ҡалаһындағы «Ҡышҡы сейә» сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге

фажиғә беҙҙең илде генә түгел бар донъяны тетрәндерҙе. Күнегеп тә бөтөп

барабыҙ инде: күптәр килемде, табышты бар нәмәнән дә, хатта балаларҙан

да артыҡ күрә. Ташландыҡ биналарға күп булмаған сығымдар талап

ителмәй тыштан-эстән арлы-бирле ремонтлап, уйын һәм спорт

ҡоролмалары алып, кафе эшен ойоштороп тиҙ арала асып та ебәрәләр. Ә

балалы йәш ата-әсәләргә нимә кәрәк? Иң мөһиме, ғаилә менән ялды

күңелле, файҙалы итеп үткәреү урыны бар бит. Хәүефһеҙлек тураһында

уйлайбыҙмы? Юҡ, әлбиттә. Сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә лә, театрҙарҙа,

ғөмүмән, кешеләр күпләп йөрөгән урындарҙа уның тураһында беҙ,

өлкәндәр, уйланырға ла тейеш түгел дә бит, сөнки бының өсөн һәр

объекттың етәкселәре, яуаплы кешеләре бар. Шуға ла бындай фажиғәне

ысын мәғәнәһендә, коррупцияның асыҡ күренеше, тип әйтергә була.

Кемерово ҡалаһындағы хәлдән һуң беҙҙең республика буйынса янғын

хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә контроль көсәйтелде. Рейд артынан

рейд ойошторола. Шуларҙың береһе үткән аҙнала беҙҙең ҡалала үтте.

Унда Мәләүез район-ара прокуратура, күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге,

ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре, «Хәүефһеҙлек технологияһы»

йәмғиәте вәкилдәре ҡала мәҙәниәт һарайына юлланды. Тикшереү

барышында улар янғынға ҡаршы әҙерлек менән танышты. Хәбәр биреү

системаларына, запас эвакуация юлдарына, персоналдың ғәҙәттән тыш

хәлдәргә әҙерлегенә лә иғтибар бирелде.

Аҙ ғына, иғтибарға лайыҡ булмаған, кәмселектәр ябай кешенең күҙенә

салынып та бармайҙыр, бәлки. Әммә... Улар бар! Мәҫәлән, ҙур залдың

запас ишегенең төҙөк булмауы, уларҙың асҡыстарының да яҡын-тирәлә

булырға тейешлеге хаҡында яуаплы кешеләрҙең белмәүе асыҡланды.

Үкенес, әммә ошондай ваҡ етешһеҙлектәр тураһында, күп осраҡта,

уйланып еткерелмәй шул. Бәләне алдан иҫкәртеү хәйерле һәм рейд үткән һәр объектта, шул иҫәптән, ҡала мәҙәниәт һарайы етәкселегенә тейешлеэштәр алып барырға, иҫкәртмәләрҙе бөтөрөргә ҡушылды.
Автор фотоһы.


Блиц-интервью


Анрей ФИЛИМОНОВ, район-ара прокурор ярҙамсыһы:

Ҡалала халыҡ күпләп йөрөгән урындар тикшерелеп тора. Был кәрәкле

сара, сөнки рейд ваҡытында ниндәй булһа ла етешһеҙлек табыла һәм

уларҙы бөтөрөү, булдырмау өсөн етди эш алып барыла. Кемерово

ҡалаһында булған оло фажиғәнән һуң да беҙ ҡала объекттары тикшереүҙе

дауам итәбеҙ. Әйтеүебеҙсә, табылған етешһеҙлектәрҙең барыһы ла апрель

аҙағына тиклем бөтөрөлөргә тейеш.
Рәил ҒАЙСИН, күҙәтеү эшмәкәрлеге начальнигы:

- Районда халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа янғын хәүефһеҙлеге

ҡағиҙәләре үтәлешен тикшереү дауам итә. Бөгөн 20-гә яҡын сауҙа

үҙәктәре һәм ҡала мәҙәниәт йорто тикшерелде. Тәү сиратта, беренсел

янғын һүндереү ҡоролмаһының булыуы, һыу менән тәьмин ителеү, янғынға

ҡаршы автоматик һаҡ системаһының эшләүе, эвакуация юлдарының

торошо тикшерелә. Хеҙмәтләндереүсе персоналдың янғын хәүефһеҙлеге

талаптарын белеүе һәм янғын сыҡҡан осраҡта кешеләрҙе эвакуациялау

буйынса әҙерлеге лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай.
Читайте нас: