ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
14 Апрель 2018, 16:00

01, 02, 03

01
3-нән 10 апрелгә тиклем янғын һүндереүселәр хәүеф сигналы буйынса 13 тапҡыр сыҡты: 1 тапҡыр янғынға, 6 - уҡыуға һәм 2 - сүп-сар яныуға. Дүрт ялған сыҡырыу теркәлгән.
Өйҙә янғын сыҡҡан
Ҡалала шәхси йорттарҙың береһен ҡапыл ут ялмап ала. Тиҙ арала ул йорттоң ҡыйығын юҡҡа сығара. Янғындың сәбәбе - электр сымының ҡыҫҡа тоташыуында.
02
Эске эштәр бүлегенең дежур часы 311 ғариза ҡабул иткән: тән йәрәхәте һалыу - 18, үлтереү менән янау - ике, мөлкәткә зыян килтереү - ике, кеше мөлкәтен урлау - 17.
113 кеше административ язаға тарттырылған. Шуларҙың 68-е - йәмәғәт урындарында иҫерек йөрөгәне өсөн, 11-е - административ язаны үтәмәгән, 59-ғы - балиғ булмаған балаларҙы тейешле ҡарамаған өсөн.
Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 357 осрағын теркәгән, ике водитель руль артына иҫерткес эсемлек эсеп ултырған.
Кәнфит һәм... теш таҙартҡыс урлаған
Ҡаланың супермаркеттарының береһенең етәксеһе билдәһеҙ кешене язаға тарттырыуҙы һорап ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Магазиндан ул шоколад батоны һәм ике һауыт теш таҙартҡыс урлаған.
Ҡатынына ҡул күтәргән
Ғаиләлә ҡайһы саҡта ыҙғышып та китәһең, әммә ир кешегә ҡатынды имгәткәнсе туҡмарға ярамай. Был юлы ирле-ҡатынлы Е. менән М. бер-береһен йәберләп кенә ҡалмай, һуғышып китәләр. Көсһөҙ зат баһадирҙай ғаилә башлығына ҡаршы тора аламы ни инде? Эксперт һөҙөмтәләре буйынса М.-ның бите, ҡулдары күгәргән. Был ҡылығы өсөн Е.-ға яуап бирергә тура киләсәк. Бәлки, йоҙроҡ уйнатыр алдынан - тәртип, артабанғы яҙмыш тураһында уйланырға кәрәктер.

03
2 апрелдән 8-нә тиклем «Ашығыс ярҙам» хеҙмәте 542 саҡырыу хеҙмәтләндергән. Шуларҙың 45-е (4 бала, 41 өлкән кеше) йәрәхәтләнеү алған, 1-һе (өлкән кеше) - ағыуланған. 40 иҫерек гражданға медицина ярҙамы күрһәтелгән, 4-һе - дауаханаға һалынған. Ҡабул итеү бүлексәһенә 117 ауырыу килтерелгән. Юл транспорты ваҡиғаһында 1 кеше зыян күргән. Биш үлем осрағы, 1 - ялған саҡырыу теркәлгән.
Читайте нас: