Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
20 Апрель 2018, 11:15

Ял күңелле генә түгел, файҙалы булырға тейеш

Балаларҙың йәйге мәшғүллеген һәм һауыҡтырыуын ойоштороуға әҙерлек бара Был йүнәлештә эш ғинуар башында уҡ башланды. Ял ойошмалары, һауыҡтырыу комплекстары бөтәһе лә махсус реестрҙа булырға тейеш.

Балаларҙың йәйге мәшғүллеген һәм һауыҡтырыуын ойоштороуға әҙерлек бара
Был йүнәлештә эш ғинуар башында уҡ башланды. Ял ойошмалары, һауыҡтырыу комплекстары бөтәһе лә махсус реестрҙа булырға тейеш. Быйылдан мәктәп яны лагерҙарының да унда теркәлеүе шарт. Тәрбиәсәләргә, вожатыйҙарға талаптар ҡәтғиләнде. Быға тиклем балалар һаулығы һәм ғүмере өсөн учреждение етәксеһе яуап бирһә, быйылдан һәр педагог яуаплы.
Балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса киңәйтелгән кәңәшмәлә һүҙ шул хаҡта барҙы. Унда район-ҡала белем биреү учреждениелары, ҡаланан ситтәге һәм мәктәп яны лагерҙары етәкселәре, эске эштәр бүлеге, ЮХХДИ, Роспотребнадзор һәм янғын күҙәтеү эшмәкәрлеге вәкилдәре ҡатнашты.
Район-ҡаланың дәүләт санитария-эпидемиология күҙәтеүе үҙәге врачы Хәмдиә Илмөхәмәтова ял учреждениелары һәм лагерҙар етәкселәренә хәүефһеҙлек талаптары һәм көн режимы, туҡланыу рационы, йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү мәсьәләләренә ҡағылышлы санитар нормаларҙың үтәлешенә иғтибарҙы көсәйтеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Балалар менән урманға походҡа сыҡҡанда талпандан, кимереүселәрҙән һаҡланыу саралары күрелергә, бассейнға йөрөгәндә шәхси гигиена ҡағиҙәләре үтәлергә тейеш.
Район-ҡала эске эштәр бүлеге балиғ булмағандар эше буйынса бүлексә начальнигы Александр Сарьян үҫмерҙәр ҡатнашлығында һәм уларға ҡарата ҡылынған енәйәттәргә ҡыҫҡаса анализ яһаны. Былтырғы менән сағыштырғанда был күрһәткес 40 процентҡа кәмегән. Тәрбиә һәм иҫкәртеү эше алып барған педагогтарға рәхмәт белдерҙе. Был йүнәлештә эште йәйге каникул осоронда ла дауам итеү бурысын ҡуйҙы.
ЮХХДИ-ҙың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса буйынса инспекторы Алексей Филатов балалар төркөмө менән юл йөрөү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө, автобуста йөрөтөүҙәге яңы талаптар тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Дәүләт янғын күҙәтеүе белгесе Елена Дегтярева ял учреждениеларында балалар һәм үҫмерҙәр янғын хәүефһеҙлеге талаптарын, эвакуация юлдарын белергә тейешлеген иҫкәртте. Йәйге янғын хәүефле осорҙа бөтә йәһәттән һаҡлыҡ сараларын күреү мотлаҡ.
Ултырышты йомғаҡлап, мәғариф идаралығы әйҙәүсе инспекторы Жанна Ғәйетҡолова балаларҙың йәйге ялын файҙалы һәм яҡшы ойоштороу мөһим социаль бурыстарҙың береһе булыуын билдәләне һәм уны ғәмәлгә ашырыу, уңайлы шарттар булдырыу өсөн һәр кем яуаплы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Быйыл 34 мәктәп яны лагерында 3000 меңгә яҡын бала ял итәсәк.
800 бала 26 хеҙмәт берекмәһенә йәлеп ителә. Шулай уҡ ҡала ситендәге “Дуҫлыҡ”, “Спартаковсы”, “Тау һауаһы” һәм “Шишмә” шифахана-профилакторийында ял ойошторола.
Читайте нас: