Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
23 Апрель 2018, 16:57

Мәләүез район-ара прокуратураһы

Ғәйепләү ҡарары сығарылған
Мәләүез район-ара прокуратураһы Ҡаҙағстанда йәшәгән 53 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү ҡарары сығарған.
Ул РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһы, 2-се өлөшө, “а” пункты буйынса (алдан һөйләшеп төркөмдә урлашҡан) өсөн ғәйепләнә.
Тикшереү күҙаллауы буйынса 2015 йылдың декабрендә ҡатын Мәләүез ҡалаһында тире салонында һатып алыусы ролендә танышы менән һатыусының иғтибарын ситкә йүнәлтеп, бер кем дә күҙәтмәгән мәлдә тунды йәһәт төрөп, кейеме аҫтына йәшерә. Граждан ғәмәленән ике эшҡыуар 115 мең һумлыҡ зыян күргән. Ҡатын ғәйебен тулыһынса таный.
Енәйәт эше Мәләүез район судына тикшереүгә ебәрелде. Уларҙың эҙенә Татарстан Республикаһы биләмәһендә ошондай уҡ эште тикшергәндә төшәләр. Әшнәләренә ҡарата айырым эш асылған.
Ринат ЙОСОПОВ, Мәләүез районы прокуроры ярҙамсыһы.
Коррупция
Ришүәт бирергә маташҡан
Мәләүез район-ара прокуратураһы 48 йәшлек гражданға ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү ҡарары сығарған.
Ул РФ Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһы буйынса (эскән хәлдә ҡабаттан транспортҡа идара иткән), 291-статьяның 1-се, 30-сы статьяның 3-сө өлөшө (ришүәт бирергә маташҡан) өсөн ғәйепләнә.
Тикшереү күҙаллауы буйынса ғәйепләнеүсе ошо йылдың февралендә иҫерек хәлдә ҡабаттан праваһыҙ “Дэу Gentra” автомобиле руле артына ултыра. Ул эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотола, иҫереклеге асыҡлана.
Хеҙмәткәрҙең автомобилендә алғы пассажир креслоһына мең ярым һум һалып, енәйәт яуаплылығынан ҡотолорға уйлай. Инспектор уның законһыҙ ғәмәлен иҫкәртә. Ғәйепләнеүсе ғәйебен таный.
Енәйәт эше Мәләүез район судына тикшереүгә ебәрелгән.
Ойошмаға штраф һалынған
Мәләүез район-ара прокуратураһы “Водоканал” йәмғиәтендә коррупцияға ҡаршы ҡануниәт үтәлешен тикшерҙе. 2017 йылда Рәсәй Эске эштәр бүлегенең Мәләүез районы буйынса элекке хеҙмәткәренең үрҙә аталған ойошмаға эшкә урынлашыуы асыҡланған. Ҡануниәткә ярашлы, коррупция күренешен, мәнфәғәттәр конфликтын иҫкәртеү маҡсатында, компания етәкселеге дәүләт хеҙмәткәре менән хеҙмәт килешеүе төҙөлөүен элекке эш биреүсегә еткерергә бурыслы булған. Шулай ҙа ойошма был йөкләмәне үтәмәгән.
Ошо факт буйынса район-ара прокуратура “Водоканал” йәмғиәтенә һәм уның директорына ҡарата РФ административ хоҡуҡ боҙоу кодексының 19.29-сы статьяһы буйынса (хеҙмәт эшмәкәрлегенә элекке дәүләт хеҙмәткәрен законһыҙ йәлеп итеү) буйынса административ эш асҡан. Прокурор тикшереүе һөҙөмтәһе буйынса уларға 70 мең һумлыҡ штраф һалынған. Суд ҡарарҙары көсөнә ингән.
Ҡануниәт үтәлеше күҙәтелмәгән
Мәләүез район-ара прокуратураһы миграция ҡануниәте үтәлешен тикшерҙе.
40 йәшлек урында йәшәгән ҡатын танышы һорауы буйынса Тажикстан Республикаһынан мигрантты үҙенә пропискаға индерә, был уға артабан Рәсәйҙә легалләшергә мөмкинлек бирә. Ысынында һуңғыһы документтарҙа күрһәтелгән адрес буйынса йәшәргә йыйынмаған.
Ошо факт буйынса район-ара прокуратура тикшереү ойошторған, һөҙөмтәлә ҡатынға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 322.3 статьяһы буйынса (Рәсәйҙә сит ил гражданын килгән урыны буйынса торлаҡта фиктив иҫәпкә ҡуйыу) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Тикшереү барышы, һығымта - прокуратура контролендә.
Ирек БАЯЗИТОВ, Мәләүез район прокуроры өлкән ярҙамсыһы.
Читайте нас: