ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
25 Апрель 2018, 18:54

Юлда йөрөү хәүефле

Ваҡытты әрәм итмәйем йә үҙеңдең машинанан да етеҙерәк булыуыңа артыҡ ышанып, ҡайһы саҡта юлды тейешһеҙ ерҙән үтеүҙе өҫтөн күрәбеҙ, хатта светофорҙың йәшел уты янғанын да көтмәйенсә, алға ынтылабыҙ.

Ваҡытты әрәм итмәйем йә үҙеңдең машинанан да етеҙерәк булыуыңа артыҡ ышанып, ҡайһы саҡта юлды тейешһеҙ ерҙән үтеүҙе өҫтөн күрәбеҙ, хатта светофорҙың йәшел уты янғанын да көтмәйенсә, алға ынтылабыҙ. Был инде юл фажиғәләренә килтерә: автомобилдең килеп бәрелгәнен йәйәүле һиҙмәй ҙә ҡала. Күпме кеше һәләк була, тән йәрәхәте ала, ғәрип булып ҡала? Ҡапыл килеп сыҡҡан кеше алдынан водителдәр ҙә ҡайһы саҡта туҡтата алмай машинаны... Ашығып юлдан үтеп барған саҡта ғүмерегеҙ өҙөлһә - ашығырға кәрәкме икән?
Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығының Мәләүез ҡалаһындағы ЮХХДИ-ҙың 3-сө взвод командиры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей БУБНОВ әйтеүенсә, быйыл Өфө - Ырымбур трассаһында (Мәләүез районы ла инә) 6 йәйәүлене машина бәрҙергән. Шуларҙың өсәүһе һәләк булған, ҡалғандары тән йәрәхәте алған. Юлда булған хәлдәрҙең сәбәбе - йәйәүлеләрҙең ҡараңғы (йыш авариялар тап ошо ваҡытта була), яҡтыртылмаған ерҙә тейешһеҙ урындан үтеүе, уларҙың кейемендә яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар булмауы.
Хөрмәтле йәйәүлеләр! Юлда, бигерәк тә ҡараңғы ваҡытта, иғтибарлы, һаҡ булығыҙ! Тейешле урындан ғына сығығыҙ, ашыҡмағыҙ һәм, иң мөһиме, транспорттың юҡлығына инанығыҙ.
Административ хоҡуҡ боҙоуҙар (12.29 статьяһы, 1-се өлөш) тураһындағы РФ Кодексына ярашлы, йәйәүлегә юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған өсөн иҫкәртеү йәки 500 һум административ штраф һалыу ҡаралған.
Читайте нас: