ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Йәйҙе нисек хәүефһеҙ үткәрергә

Уҡыусыларҙы оҙайлы каникулдар — өс ай дауамында дәрестәрҙән һәм өйгә эштәрҙән азат осор көтә.

Һәр бала өсөн тәғәйен ҡағиҙәләр
Уҡыусыларҙы оҙайлы каникулдар — өс ай дауамында дәрестәрҙән һәм өйгә эштәрҙән азат осор көтә. Балағыҙ ялын ҡайҙа ғына үткәрһә лә, нимә менән шөғөлләнһә лә, иң ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белергә тейеш. Уларҙы хәтергә төшөрөп үтәйек.
Балалар һәм юл
Йәй башланыу менән балалар күп ваҡытын урамда үткәрә. Улар туп уйнай, велосипедта йәки скутерҙа йөрөй һәм йыш ҡына юл сатына ла килеп сыға. Ә был водителдәр өсөн көтөлмәгән хәл булыуы ихтимал. Ошондай хәүеф-хәтәрҙе һәм уларҙың эҙемтәләрен иҫкәртеү өсөн ЮХХДИ төрлө профилактик саралар уҙғара. «Иғтибар: балалар!», «Автокресло» һәм «Тормозға баҫ!» акциялары сиктәрендә өҫтәмә рейдтар ойошторола, йәйәүлеләр үткәлдәре янына ЮХХДИ постары ҡуйыла, матбуғатта социаль реклама баҫыла.
Әлеге сараларға бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар ҙа йәлеп ителә. Улар тыйылған урында йәки светофорҙың ҡыҙыл утына юл аша сыҡҡан балаларҙың ата-әсәләренә ҡарата акттар төҙөй. Артабан был тәртип боҙоуҙар мәктәп йыйылыштарында һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса махсус комиссия ултырыштарында ҡарала.
— Баланың ата-әсә өлгөһөндә тәрбиәләнеүе бер кемгә лә сер түгел, — ти Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау бүлеге дәүләт инспекторы Линар Зиннуров. — Ғәҙәттә, бындай административ сараларҙан һуң ата-әсәләр балаларҙа юлда үҙеңде тотоу мәҙәниәте тәрбиәләү тураһында уйлана башлай. Дәүләт инспекторҙары автокресло булмауы өсөн штраф һалған мәлдә күпселек ата-әсәләр ризаһыҙлыҡ, дәғүә белдерә һәм быны асыҡтан-асыҡ балалары алдында эшләй. Тағы ла бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрөп үткем килә: автомобилдә бәләкәс сәйәхәтселәр өсөн тәғәйен һаҡлау сараларын инҡар итергә ярамай.
Велосипед һәм башҡа мототранспорт саралары ла юғары хәүеф сығанағы булып тора.
— 14 йәшкә тиклемге балалар велосипедта ихата сиктәренән ололар күҙәтеүе аҫтында ғына сыға ала, — тип билдәләне дәүләт инспекторы. — Республиканың ҡайһы бер ҡалаларында велосипедсылар өсөн махсус юлдар барлыҡҡа килде. Ғәҙәттә улар автомобиль юлдарына параллель итеп һалына, әммә юл саттары аша ла үтә. Был махсус һыҙат менән 14 йәше тулған велосипедсылар ғына ҡулланыуға хоҡуҡлы.
Ә инде мототранспорт йөрөтөүселәргә килгәндә, йыш ҡына тап улар аварияларға сәбәпсе була. Еңел мотоциклдарҙа, скутерҙарҙа башлыса транспорт менән идара итеү оҫталығы, тәжрибәһе булмаған үҫмерҙәр елдерә, күбеһенең танытмаһы ла юҡ. Ҡағиҙәләргә ярашлы, мототранспорт менән идара итеү өсөн «А» категориялы водитель танытмаһына эйә булыу шарт. Уҡыу 16 йәштән рөхсәт ителһә лә, документ 18 йәш тулғас ҡына бирелә.
— Балаға скутер һатып алырҙан алда ата-әсә йәш водителде уҡытыуҙы хәстәрләргә тейеш. Үҫмер бәлиғ булғас ҡына транспорт сараһы менән идара итергә хоҡуҡлы, — тип һөйләй Линар Зиннуров. — Шул уҡ ваҡытта һаҡланыу саралары — шлем һәм таянғыстар тураһында ла оноторға ярамай.
Белгестәр балаларҙың юлда йәрәхәтләнеү осраҡтарының төп өс сәбәбен билдәләй: өлкәндәр тарафынан тейешле контроль булмау, баланың иғтибарһыҙлығы, тәжрибәһеҙлек арҡаһында транспорт хәрәкәтен аныҡ баһалай белмәү.
— Балаларҙы юлда ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Дөрөҫ хәрәкәт итеү мәҙәниәтенә өйрәтегеҙ. Бәләкәй йәйәүле урамда мөмкин тиклем алыҫтан абайларлыҡ булһын, кейеменә яҡтылыҡты кире ҡаҡлыҡтырыусы махсус билдәләр ҡуйығыҙ. Был ҡараңғы мәлдә йәки насар һауа торошо шарттарында уны осраҡлы бәләнән ҡурсалаясаҡ, — тигән кәңәштәрен еткерә беҙҙең эскперт атай-әсәйҙәргә.
Хәүефле хәлдәргә «юҡ» тибеҙ
Беҙ, ата-әсәләр, балаларыбыҙға урамда таныш түгел кешеләр менән һөйләшмә, тип ни тиклем генә тыҡып тормайыҡ, улар быны эшләмәйәсәк һәм кемгәлер билдәһеҙ йүнәлештә эйәреп китмәйәсәк, тигән ышаныс юҡ.
Мәкер ҡороусылар төрлө алымдар менән эш итә: кәнфит тәҡдим итһенме, эт йәки бесәй балаһы күрһәтәм тиһенме, «киноға төшөргә», квестҡа, компьютерҙа уйнарға саҡырһынмы... Баланың тәрбиәлелеге менән файҙаланып, ярҙам һорауҙары ла ихтимал: сумкамды алып барыш, тәғәйен урамды табыш һәм башҡалар. Ышаныс яулау өсөн ата-әсәнең исемен дөрөҫ атауҙары ла ихтимал, йәнәһе, улар — коллегалар. Йә булмаһа аралашсылар — башҡа ҡыҙҙар һәм малайҙар аша эш итәләр, төрлө сәбәп табып, баланы улар янына алып килеүҙе һорайҙар.
Психолог Лилиә Ғайсина фекеренсә, бөтә бәлә бала фиғеленең ышаныусан, тыңлаусан булыуында.
— Нисек кенә ғәжәп яңғырамаһын, проблеманың төп асылы тап тыңлаусанлыҡҡа ҡайтып ҡала. Ололарға хөрмәт һәм ихтирам күрһәтеү —беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән сифат. Балаларыбыҙға бәләкәстән өлкәндәрҙе мотлаҡ тыңларға кәрәк, тип өйрәтәбеҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта бөтә ололарҙың да яҡшы кеше булмауы, барыһына ла ышанырға ярамауы хаҡында аңлатырға онотабыҙ.
Күпселек ата-әсәләр тәрбиәне күрһәтмә биреүгә ҡора: ишекте асма, тәҙрәгә яҡын барма, сит кешеләр менән һөйләшмә. Әммә бындай тәрбиәнән файҙа аҙ. Шуға күрә баланы беҙҙе уратып алған донъяға тәнҡит күҙлегенән бағырға өйрәтеү ҙә мөһим. Ул һәр нәмәне ысынға алмаҫҡа, ниндәйҙер кимәлдә шикләнә, үҙ фекерен, тойғоларын белдерә белергә тейеш.
Шул уҡ ваҡытта һәр ваҡыт ниндәйҙер ҡурҡыныс хаҡында һөйләп, баланы артыҡ хәүефләнеүсәнгә әйләндерергә лә ярамай. Уға психологик йәһәттән уңайлы булыуы шарт. Әгәр ул даими тетрәнеү солғанышында йәшәй икән, невротик шәхес үҫеп сығасаҡ, — ти Лилиә Ғайсина.
Балаларығыҙға аңлатығыҙ: енәйәтселәрҙең күптәренең тышҡы йөҙө бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмай. Бала «юҡ» тип әйтә белергә тейеш, һәр кемгә ярҙам итергә ярамай. Ҡурҡыныс янағанда бөтә мөмкин алымдар менән ярҙамға саҡырһын. Енәйәтсене ҡысҡырып, ярһып ҡурҡытырға мөмкин.
Бала менән өйҙә теге йәки был осраҡта нимә эшләргә кәрәклекте ҡабатлағыҙ. Төрлө хәл-ваҡиғалар уйлап сығарығыҙ: мәҫәлән, таныш түгел кеше һөйләшергә маташа, һорауҙар бирә, ә бала алдан әҙерләнгән алымдарға ярашлы яуап ҡайтара. Бәләкәстәр уйнарға ярата, улар хатта үҙенең әсәһен танымағанға һалыша ала. Балағыҙ белмәгән кеше менән алдан һөйләшеп, әлеге хәлде ысынлап һынап ҡарарға ла мөмкин. Әгәр тренировка барышында улығыҙ йә ҡыҙығыҙ берәй нәмәне яңылыш эшләһә, әрләмәгеҙ! Киреһенсә, яҡшы яғын маҡтағыҙ, килешмәгән урындарҙы асыҡлап, улар өҫтөндә артабан эшләгеҙ.
Бер нисә осраҡты ҡарап үтәйек.
Машинала йөрөп килергә саҡыралар. Бер ҡасан да сит кешенең машинаһына ултырмаҫҡа, ҡаршы яҡҡа табан йүгерергә һәм кеше араһына инеп юғалырға кәрәк.
Көсләп машинаға ултыртырға йәки берәй ергә алып барырға тырышһалар, тәрбиәлелек тураһында оноторға, ныҡ итеп ҡысҡырырға, тешләшергә, һуғырға.
Ниндәйҙер ярҙам һорайҙар, ҡыҙыҡ әйбер ҡарарға йәки бүләк һатып алырға тәҡдим итәләр. Баш тартырға һәм шунда уҡ ситкә китергә. Әгәр таныш түгел кеше һеҙҙе эҙәрлекләһә, берәйһенең тәҙрәһенә туҡылдатығыҙ, ҡысҡырығыҙ, ярҙамға саҡырығыҙ, яҡындағы магазинға, почтаға, мәктәпкә йүгереп инеп, шикле әҙәм тураһында хәбәр итегеҙ.
Һине шул урында әсәйең көтә йәки әсәйең ярҙам һораны тиһәләр, эйәреп китмәҫкә, ҡасырға кәрәк.
Халыҡ ағымында үҙеңде нисек тоторға
Балаларға кеше күп йыйылған урындарға йөрөмәү хәйерле. Әммә йәйгеһен асыҡ майҙандарҙа төрлө саралар — фестивалдәр, концерттар йыш үтә. Байрамға барырға тура килһә, айырым ҡағиҙәләрҙе белеү мотлаҡ.
Ҡулдарығыҙ кеҫәлә булмаһын, күкрәк ситлеген ҡыҫылыуҙан һаҡлау өсөн уларҙы шул тәңгәлдә тотоу яҡшыраҡ.
Әгәр ҙә халыҡ ағымы ҡыҫа башлаһа, барлыҡ йөктән арынығыҙ, оҙон ҡайышлы сумка, шарф кеүек әйберҙәрҙе сисегеҙ. Берәй нәмәгеҙ ергә төшөп китһә, алам тип эйелмәгеҙ.
Ҡолаһағыҙ, кисекмәҫтән торорға тырышығыҙ. Был мөмкин булмаһа, йомғаҡ кеүек йомарланып, башығыҙҙы ҡулдарығыҙ менән ҡаплағыҙ.
Һыуҙа
Йәйге ялды, бигерәк тә эҫе көндәрҙе һыу ятҡылыҡтарынан тыш күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Әммә был осраҡта ла иң ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белеү зарур. Махсус йыһазландырылған урындарҙа — пляждарҙа ғына һыу инергә ярай. Унда балалар мотлаҡ ололар күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш. Походҡа юлланғанда һыу инеү өсөн таҙа, ҡомло йәки ҡырсынташлы тигеҙ ярлы, уртаса тәрәнлектәге (2 метрға тиклем), көслө ағым булмаған урынды һайларға кәрәк. Ҡояшлы, елһеҙ көндә, һыу температураһы 17-19 градус, һауа температураһы 20-25 градус йылылыҡҡа етһә, һыу төшөргә ярай. Һыуҙа 10-15 минуттан артыҡ булмағыҙ, йөҙөр алдынан барлыҡ тәнде сылатыу, һыуға өйрәнеү зарур. Поход, экскурсиялар мәлендә балаларҙы һыу индерергә теләһәгеҙ, тәрән булмаған ятҡылыҡ һайлағыҙ, һыу төбөндә осло таштар, ҡаҙып ултыртылған нығытмалар, быяла ҡалдыҡтары, ылымыҡтар һәм ләм булмауын алдан тикшерегеҙ. 16 йәшкә тиклемге балаларға ололар күҙәтеүенән тыш кәмәлә, һыу мотоциклында һәм башҡа йөҙөү сараларында йөрөү тыйыла.
Хәүефле социаль селтәр
Виртуаль донъя — төрлө социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар ҙа ҙур психологик хәүеф менән янай. Ғәҙәттә, унда үҫмерҙәр үҙҙәре хаҡындағы барлыҡ мәғлүмәтте һала. Социаль селтәрҙәге бит аша баланың кем менән аралашыуын, нимә менән ҡыҙыҡһыныуын, ниндәй һорауҙар борсоуын бик анһат белергә мөмкин. Шуға күрә төрлө тыйылған төркөмдәр тап интернет аша үҙҙәренә яңы ағзалар йәлеп итеү эшен әүҙем алып бара.
Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам республика үҙәге педагог-психологы Владимир Григорьев әйтеүенсә, ғәҙәттә, күңеле яралы йәндәр үрҙә әйтеп үтелгән төркөмдәрҙең ҡорбанына әйләнә. Ҡағиҙә булараҡ, улар — ауыр мөхитле ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе, яҡындарының хәстәренән мәхрүм балалар. Үҙ ғаиләһендә аңлау, яҡлау таба алмағас, улар күңелен асып һалырҙай йәндәш эҙләй.
Үҫмерҙәрҙе социаль селтәрҙәр аша янаған хәүеф һәм мәкерҙән бары тик ғаиләләге йәнле аралашыу, йылы мөнәсәбәт менән генә аралап була. Балаларығыҙҙың эштәре, уй-маҡсаттары менән ихлас ҡыҙыҡһынығыҙ, уларҙы нимә борсоуын белешегеҙ.
— Балағыҙ менән даими һөйләшегеҙ, көнөнөң нисек үтеүе, яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Әммә был һорау алыуға әйләнмәһен. Ышанысҡа ҡоролған асыҡ һөйләшеү ойоштороғоҙ, үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләләр хаҡында һөйләгеҙ, һеҙгә эйәреп балағыҙ ҙа асылыр. Уңыштары өсөн маҡтағыҙ, һөйөүегеҙҙе белдерегеҙ, ҡосаҡлап алырға ла тартынмағыҙ. Әгәр ҙә үҙен тотошонда ниндәйҙер сәйер сифаттар барлыҡҡа килеүен һиҙһәгеҙ, уларҙың сәбәптәрен асыҡларға тырышығыҙ, кәрәк тип тапһағыҙ, психологҡа мөрәжәғәт итегеҙ, — ти педагог-психолог Ольга Веретенникова.
Өйҙә яңғыҙы
Балағыҙҙың өйҙә нимә менән шөғөлләнеүен даими тикшереп тороғоҙ. Көнкүрештәге электр ҡорамалдары менән ҡулланырға өйрәтегеҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдә нимә эшләргә кәрәклеген аңлатығыҙ, сөнки ундай осраҡтарҙа балала пассив-һаҡланыу реакцияһы тыуа. Мәҫәлән, уттан ҡасыу урынына ул мөйөшкә йәшенеүе ихтимал. Әгәр бала өйҙә яңғыҙы ҡалһа, ашығыс ярҙам хеҙмәттәренең телефондарын яҙып, уны иң күренгән урынға ҡуйығыҙ. Тәүге юлға мотлаҡ «01» һәм «112» һандары яҙылырға тейеш.
Тағы бер тапҡыр ят кешеләр тураһында. Балаларығыҙға сит-ят әҙәмдәргә ишек асырға ярамауын ҡат-ҡат иҫкәртегеҙ. Улар хатта дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙ булабыҙ тиһә лә, ышанмаһын. Ишек шаҡыһалар, домофондан шылтыратһалар, «Миндә асҡыс юҡ», — тип яуап бирһен.
Тәҙрәләрҙе ябығыҙ
Бәләкәй йәштәге балалар өсөн асыҡ тәҙрәләр, лоджия һәм балкондар ҙур хәүеф сығанағы һанала. Хатта кескәйҙәр янында өлкәндәр булғанда ла фажиғәле хәлдәр теркәлеп тора. Бер минутҡа иғтибарыңды ситкә йүнәлтһәң, сабый тәҙрә төбөнә менеп баҫып та өлгөрә һәм асыҡ тәҙрәләге саҡ эләгеп торған һаҡлағыс селтәргә таяна.
Ә бит бындай ҡазанан һаҡланыу өсөн иң ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә етә. Әгәр ҙә өйҙә бәләкәй бала булһа, тәҙрәне һәр саҡ йоҙаҡҡа ябып тоторға, вертикаль рәүештә генә асып елләтергә, блокиратор ҡуйҙыртырға кәрәк. Бөжәктәрҙән һаҡлаусы селтәрҙе нисек кенә нығытһағыҙ ҙа, ул сабыйҙы ҡолауҙан араламаясаҡ. Балаларығыҙға тәҙрә төбөндә уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Асыҡ тәҙрәле бүлмәлә бәләкәсегеҙҙе бер минутҡа ла яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.
Рәсәй Тәфтиш комитетының башланғысына ярашлы пластик тәҙрәләр етештереү нормаларына үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер уларҙа мотлаҡ тәҙрәне тулыһынса асыуға юл ҡуймаусы хәүефһеҙлек йоҙаҡтары, сисеп алыныусы тотҡалар булырға тейеш. Быға тиклем ҡуйылған тәҙрәләрҙе лә ошондай ҡорамалдар менән йыһазландырырға мөмкин.
Кәрәкле телефондар
Авария һәм ашығыс хеҙмәттәрҙең берҙәм телефоны: 112
Берҙәм дөйөм Рәсәй балалар ышаныс телефоны: 8-800-2000-122
БР буйынса Балалар ышаныс телефоны: 8 (347) 246-12-12; 8 (347) 273-09-00
БР-ҙа бала хоҡуҡтары буйынса вәкил: +7 (347) 280-85-25 (йәки 250-16-14)
Һаҡ бул!
Таныш түгел кешеләр менән һөйләшмә
Иҫерек әҙәмдәр менән аралашма
Сит кешене фатирға, өйгә индермә
Халыҡ күп йыйылған урындарға йөрөмәҫкә тырыш
Дини тәғлимәт таратыусылар менән аралашма
Атай-әсәйең яныңда булмаһа, сит машинаға ултырма
Алыҫ, кеше йөрөмәгән урындарға йөрөмә
Таныш түгел кешенән бүләк, күстәнәс алма
Читайте нас: