ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Хәүефһеҙ каникул

“Ғаилә” үҙәге ойошторған сара юҡҡа ғына шулай аталманы

“Ғаилә” үҙәге ойошторған сара юҡҡа ғына шулай аталманы
Йәйге ял балалар күңелендә тик йылы хәтирә генә ҡалдырһын тиһәң, ул мотлаҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ һәм фажиғәләрһеҙ үтергә тейеш. Ә бының өсөн һәр үҫмерҙең хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен белеүе мөһим. Сараның төп маҡсаты ла хәүеф-хәтәрҙе иҫкәртеү, йәш быуынға тәртип ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү ине.
Был көндә “Дан” ял һәм мәҙәниәт паркында балалар һәм уларҙың атай-әсәйҙәре өсөн именлек талаптарын үҙ эсенә алған төрлө “станциялар” эшләне.
Үҙәк район дауаханаһы фельдшеры Елена Мельникова төрлө осраҡтарҙа беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү алымдары тураһында сығыш яһаны. Был туҡталышта алған мәғлүмәт атай-әсәйҙәр өсөн дә ҡыҙыҡлы булды. Улар балалары менән бергә нисек яһалма тын алдырырға, пульс тикшерергә, йөрәккә массаж яһарға иҫкә төшөрҙө.
Балиғ булмағандар эше буйынса инспектор Илвира Күскилдина кескәйҙәрҙең урамда, йәмәғәт урындарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белеүен тикшерҙе. Киң мәғлүмәт сараларынан күренеүенсә, йыш ҡына үҫмерҙәр, айырыуса кесе йәштәге мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең ышаныусанлығы сәбәпле күңелһеҙ хәлдәргә тарый. Ошоно иҫкәртеү маҡсатында инспектор “Йомро икмәк”, “Ҡыҙыл башлыҡ” кеүек һәм башҡа әкиәттәр буйынса төҙөлгән һорауҙар бирҙе. Малай һәм ҡыҙҙарҙың ни өсөн таныш булмаған кешегә ышанырға ярамағанлығын, ғәҙәттән тыш хәл осрағында кемгә мөрәжәғәт итергә, кемдән ярҙам һорарға кәрәклеген белеүе ҡыуандырҙы.
Һуңғы йылдарҙа республикала, илдә янғында кескәйҙәрҙең һәләк булыу осрағы артыуын иҫәпкә алып, һәр бала көнкүрештә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен, ә иң мөһиме, шырпы менән уйнарға ярамағанлығын белергә тейеш. Ут сыҡҡан осраҡта үҙеңде нисек тотоу, талаптарҙы үтәү ҙә фажиғәне иҫкәртә. Был хаҡта 50-се янғын часы хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәт бирҙе.
Бынан тыш, сараның башынан аҙағына тиклем “Темп” балалар-үҫмерҙәр үҙәге өҫтәмә белем биреү педагогы Резеда Шаһманова һыуҙа һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. “Яңы быуын” ойошмаһы ирекмәндәре йәш быуынға аквагрим һалырға өйрәтте. Шулай уҡ был көндә “Асфальттағы иң ҙур һүрәт” ижади проекты , өлкәндәр өсөн “Ышаныс һуҡмағы” уйыны ойошторолдо.
Каникул ваҡытында шулай уҡ балаларҙы юлда, һыу ингәндә, тәбиғәттә ял иткән бәхетһеҙлек осраҡтары һағалай. Шуның өсөн атай-әсәйҙәргә был йәһәттән етди аңлатыу эше алып барыу зарур.
Һүрәттә: “Темп” үҙәге өҫтәмә белем биреү педагогы Резеда Шаһманова балаларҙы һыуҙа һүрәт төшөрөргә өйрәтте.
Автор фотоһы.
Читайте нас: