ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Һыу инергә яратаһығыҙмы? Һаҡ булығыҙ!

Республикала көндәр эҫе тора, шунлыҡтан күптәр йылға-күл янында ял итеүгә өҫтөнлөк бирә.

Республикала көндәр эҫе тора, шунлыҡтан күптәр йылға-күл янында ял итеүгә өҫтөнлөк бирә. Бер үк ваҡытта һыуҙа бәхетһеҙлек осраҡтары ла артты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батыусылар араһында балалар ҙа бар.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һыуҙа хәүефһеҙ ял итеү тураһында һорауҙарға яуап бирә.
- Һыу ингәндә осраған фажиғәләрҙең үҙенсәлектәре ниндәй?
- Йыш күҙәтелгән өсәүһенә туҡталам: беренсенән, батыусыларҙың күп осрағы июлгә тура килә. Был иң эҫе көндәр һәм ял итеүселәрҙең ошо айҙа булыуына бәйле. Һыуҙа булған фажиғәләрҙең яртыһы йәйҙең икенсе айында була. Быйыл, мәҫәлән, тәүге көндә үк 6 кеше батты.
Икенсенән, транспорт саралары һыуға ҡолап төшөү менән бәйле бәхетһеҙлек осраҡтары күбәйә. Былтыр Хәйбулла районында 3 кешенән торған ғаилә автомобилдә Таналыҡ йылғаһында батты.
Өсөнсөнән, балыҡ тотҡан ваҡытта бәләгә тарығандар һаны арта. Йыл башынан 4 балыҡсы яҡты донъя менән хушлашты. Улар араһында Краснокама районынан 10 йәшлек үҫмер ҙә бар. Шуға күрә ял итергә барғанда йылға-күлдә һағалаған хәүеф тураһында оноторға ярамай.
- Һыу инеү миҙгелендәге бәхетһеҙлектәрҙең төп сәбәптәре ниндәй?
- Рөхсәт ителмәгән, таныш булмаған һәм йыһазландырылмаған урында, иҫерек килеш һыу инеү, физик мөмкинлекте дөрөҫ баһаламау, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтмәү, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу.
Был йәһәттән Өфөлә күлдә батҡан 9 йәшлек үҫмерҙе йәки былтыр Ауырғазы районында Өршәк йылғаһында ғүмерҙәре өҙөлгән 8 һәм 9 йәшлек ҡыҙҙарҙы миҫалға килтерергә мөмкин.
- Һыу ингәндә фажиғәләрҙе иҫкәртеү буйынса эш нисек ойошторолған?
- Махсус йыһазландырылған 75 һыу инеү урыны булдырылған, уларҙа ҡотҡарыусылар дежур итә. Мәҫәлән, Өфөлә генә улар 20 кешене үлемдән ҡотҡарған.
Көн һайын республика һыу объекттары буйлап рейдтар ойошторола. Ошондай саралар барышында асыҡланған пляждарҙа (ҡырағай пляждарҙа) ваҡытлыса ҡотҡарыу постары ҡуйыла. Унда һөнәри, йәмәғәт, шул иҫәптән бөтә Рәсәй ойошма ҡотҡарыусылары йәлеп ителгән.
Йылға буйында ял итеүселәр өсөн, манекендар ҡулланып, батыусыға беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү буйынса акциялар үткәрелә. Иҫкәртеү эше йыл һайын камиллаштырыла. Һөҙөмтә бар: 2012 йылда 122 кеше һәләк булһа, былтыр - 93 кеше.
- Ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһы хәүефле һыу ятҡылыҡтары буйынса иҫәп алып барамы?
- Һыу инеү миҙгелендә башлыса Ағиҙел, Дим, Эйек йылғаларында баталар. Быйыл Ағиҙелдә 6 кешенең ғүмере фажиғәле өҙөлдө. Республиканың бөтә йылғаларына батыусыларҙың 55 проценты тура килә. Башҡа осраҡтар күл, быуа һәм карьер менән бәйле. Уларҙың күбеһе ир-егеттәр, дөйөм һандың 85 процентын тәшкил итә. Былтыр ҙа шулай булды: 80 - ир-егет, 5 - ҡатын-ҡыҙ, 8 бала.
- Һыуға батмаҫ өсөн үҙеңде нисек тоторға?
- Таныш булмаған, тыйылған урындарҙа һәм шулай уҡ яңғыҙ һыу инмәҫкә, эскән килеш һыуға төшмәҫкә, ярҙан йыраҡ йөҙмәҫкә, суммаҫҡа һәм балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа!
Читайте нас: