ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
9 Август 2018, 13:10

Ҡош киҙеүе урап үтһен

Рәсәйҙең төрлө субъекттарында ҡош киҙеүе таралды. Сир Пензаның бер ҡошсолоҡ фермаһынан килгән аҙыҡта табылған, тигән фараз бар.

Пенза, Һамар, Орел өлкәләрендә ҡошсолоҡ тармағы зыян күрә, хәүеф беҙгә лә еткән. Бөгөн Мәләүез-Кумертау трассаһы араһында урынлашҡан Ира ауылы янында махсус пост ҡуйылған. Республиканың Ишембай, Бәләбәй, Бүздәктәге магазиндарында иттә ҡош киҙеүе вирусы тапҡандар. Ошоға бәйле, район-ҡала ветстанция белгестәре ауылдарҙа аңлатыу эштәре алып бара, сауҙа нөктәләрендә рейд үткәрә. “Магнит”, “Пятерочка” супермаркеттарында Пенза тарафынан килтерелгән продукция һатыуҙан алынған.
Нимә һуң ул ҡош киҙеүе?
Хәүеф йорт һәм ҡырағай ҡоштарҙың аш эшкәртеү, тын алыу органдарын зарарлап, уларҙы күпләп үлтереүсе киҫкен йоғошло ауырыу. Вирус эләктергән йорт ҡоштарында тәбиғи булмаған ҡылыҡ күҙәтелә: хәрәкәттәре үҙгәрә (башын борғолай, муйыны ҡыйшая), тауышҡа ҡарамай, йомортҡа һалыу кәмей, ашамай, хәлһеҙләнә, эсе китә, ауыр итеп тын ала, тартыша, йүткерә, сөскөрә, томшоғонан ҡан аға. Тауыҡтың кикереге шешә, күгәрә. Киҙеү таратыусы төп сығанаҡ сирле ҡош һәм уның тиҙәге.
Уға ҡағылғанда, йомортҡаһын, итен ныҡлап бешереп еткермәй ашаған осраҡта, киҙеү вирусы кешегә лә йоға һәм башҡа вирус кеүек, тиҙ үҙгәреүе, йәғни мутацияға бирелеүе менән хәүефле, шулай уҡ яңы шарттарға һәм йәшәү мөхитенә тиҙ яраҡлаша, һөҙөмтәлә ҡош киҙеүе ҡоштарҙан кешегә генә түгел, кешенән кешегә лә күсә, сөнки беҙҙә ҡош киҙеүенә ҡаршы иммунитет юҡ.
Киҙеү билдәләре ябай гриптыҡы һымаҡ: юғары температура, ауыр тын алыу, йүткереү, тамаҡ һәм мускулдар һыҙлауы. Ауырыу асыҡланған ҡош менән контакта ингәндән һуң ниндәйҙер киҫкен респиратор (грипҡа оҡшаш) сир башланһа, кисекмәҫтән дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Хәүефтән профилактик саралар ярҙамында ғына һаҡланырға мөмкин, йыл да уларға профилактик тикшереү үткәртергә онотмағыҙ. Баҙар йәки махсус сауҙа нөктәһендә ҡош һатып алғанда мотлаҡ ветеринар-оҙатыу документтарын һорағыҙ.
Шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыусылар иғтибарына:
- хәүефте артабан таратмау маҡсатында, Рәсәйҙең ҡош киҙеүе йәһәтенән имен булмаған субъекттарынан һәм ветеринария хеҙмәте рөхсәтенән тыш ҡош-ҡорт, ҡошсолоҡ продукттары, ҡошсолоҡ тармағы аҙығы һатып алыуға юл ҡуймаҫҡа;
- хужалыҡта аҫралғандарының ҡырағай ҡоштар менән бәйләнешен булдырмаҫҡа;
- ҡош-ҡорт аҫралған урындарҙы механик таҙартыуҙы һәм дезинфекциялауҙы тәьмин итергә;
- ҡош тиҙәген теләһә ҡайҙа түкмәҫкә.
Шулай уҡ шәхси гигиена талаптарын да онотмағыҙ. Уларҙы махсус өҫ һәм аяҡ кейемендә тәрбиәләгеҙ, урындарын даими таҙартығыҙ, йыуығыҙ.
Продукцияны ҡулланыр алдынан ныҡлап 30-40 минут бешерегеҙ. Йомортҡаны сейләй йәки яртылаш ҡына бешереп ашамағыҙ.
Йоғошло ауырыу билдәләре күренһә, улар күпләп үлһә, ҡош-ҡорт һәм ҡошсолоҡ продукцияһы, аҙыҡ менән санкцияланмаған сауҙа итеү осраҡтары асыҡланһа, тиҙ арала район-ҡала ветеринария станцияһы хеҙмәте белгестәренә хәбәр итеүегеҙ һорала.
Читайте нас: