Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
10 Август 2018, 12:33

Йылан саҡһа, эт тешләһә...

Йыланды ни сәбәптәндер, агрессив йән эйәһе тиҙәр.

Йылан саҡһа

Ул юлда “дошман”ынан ҡасып өлгөрмәһә, үҙенә хәүеф янаһа, һаҡланыу маҡсатында кешене сағыуы ихтимал.
Йылан саҡҡанда тәндә бер йәки ике бәләкәс кенә яра эҙе ҡала, тешләнгән урын ҡыҙара, бүртә, тын алыу ауырлаша. Кешенең ҡапыл тән температураһы күтәрелә, ҡоҫа, күреү һәләте ҡырҡа түбәнәйә.
Был осраҡта “Тиҙ ярҙам” хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. Бәләгә тарыған кешенең мөмкин тиклем әҙерәк хәрәкәтләнеүен һорағыҙ, уны ергә горизонталь ятҡырығыҙ. Аяғы сағыл­һа булһа, уны икенсеһенә бәйләгеҙ, яра ҡулда икән- терһәктән бөкләргә кәрәк.
Тешләнгән урынынға сепрәк ҡаплағыҙ ҙа, уның аша егерме минут самаһы ағыу­ҙы һурығыҙ һәм төкөрөгөҙ! Был алым организмдағы ағыуҙың 20-50 про­центын кәметә.
Яраны йод (спирт, “зеленка”) менән эшкәртегеҙ һәм ҡыҫып бәйләгеҙ. Тире туҡымалары шешһә, бәйҙе бушатығыҙ. Мөм­кинлек булһа, был урынға боҙ һалығыҙ. Бәләгә тарыу­сыға күп шыйыҡлыҡ (сәй, һыу, һут) эсергә кәрәк, был токсик матдәнең организмдан тиҙерәк сығыуына булышлыҡ итә.
Йылан саҡҡан кешегә беренсе ярҙам күрһәтелгәс, уға мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк, сөнки алты сәғәттә йылан ағыуына ҡаршы сыворотка эшләнергә тейеш.
Ярамай:
Йылан саҡҡан урынды яндырырға, ҡырҡырға, сағылған урындан өҫтәрәк бәй (жгут) һалырға ярамай. Спиртлы эсемлек организмдағы ағыу­ҙың сығыуын тотҡарлай, шунлыҡтан ярамай.


Эт тешләһә
Һуңғы йылдарҙа берәҙәк эттәр һаны артты. Улар кешегә ташлана, һөжүм итә, тешләнгән урында яра уңалмай, урыны ҡала. Шулай ҙа иң хәүефлеһе - хайуандарҙан ҡотороу сире йоғорға мөмкин. Әгәр ҙә ике көндә вакцина яһалмаһа, кеше ғүмеренә ҡурҡыныс янай.
Әгәр ҙә тешләнгән урындан ҡан ныҡ аҡһа, уны туҡтатырға кәрәк, ә тамсылағанда туҡтатырға ашыҡмағыҙ, шыйыҡлыҡ менән инфекция ла йыуылып сығасаҡ. Яра тиҙерәк таҙартҡанда, ҡотороу вирусын йоҡтороу мөмкинлеге кәмей. Тешләнгән һәм хайуандың шайығы эләккән урынды һыу ағымы аҫтында ун минут самаһы кер һабыны менән йыуығыҙ, һуңынан яраны водород перекисе менән эшкәртегеҙ. Әгәр ҙә ошо ике ҡағиҙә теүәл үтәлһә, ҡотороу сире менән ауырыу ҡурҡынысы 90 про­цент­ҡа юҡҡа сыға.
Артабан яраның ситенә 5 процентлы йод йәки “зеленка” һөртөгөҙ һәм бәйәгеҙ. Медицина ойошмаһына мөрәжәғәт итеү мотлаҡ! Ауырыуға ҡаршы иммунизация эшләтергә кәрәк, өс айҙа алты укол һаласаҡтар. Тешләгән эт тураһында район-ҡала ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ. Белгестәр уны тикшереп, ҡотороҡ сире булыу-булмауын асыҡлаясаҡ. Әгәр ҙә ул берәҙек хайуан икән, башын экспертизаға ебәрергә кәрәк.
Тешләнгәндең тәүге өс көнөндә яраны тегергә, ситтәрен ҡырҡырға ярамай.

Ағыулы ла, наҙлы ла ул
Ҡорт саҡҡанда урыны ҡыҙарып шешә, көслө аллергия башланыуы ла ихтимал.
Бал ҡорто кешегә көслө ағыуын индерә,шунлыҡтан сағылған урын ауырта һәм елһенеү барлыҡҡа килә, ярала ҡалған ҡорттоң энәһе һаман да ағыу бүлеп сығарыуын дауам итә. Тиҙ арала ана шул энәне тырнаҡ осо йә пинцет менән сығарырға кәрәк. Әгәр ҙә ул тире аҫтына үтеп инһә, һаҡ ҡына һығығыҙ, тик бер ҡасан да шул тирәне ышҡымағыҙ. Ағыуҙы оҙаҡ ҡына һыҡҡас, яра урынына сылатылған шәкәр йә спирт (одеколон) һөртөгөҙ. Күберәк һыу эсергә кәрәк, был организмды ағыуҙан таҙарта. Бал ҡорто саҡҡандан һуң араҡы эсергә ярамай, алкоголь организмға эләккән ағыуҙың тәьҫирен көсәйтә.
Ҡайһы бер кешеләрҙә бал ҡортоноң сағыуынан аллергик реакция булыуы ихтимал. Уға бигерәк тә 12 йәшкә тиклемге балалар һәм 55 йәште үткән ҡатын-ҡыҙ тиҙ бирешә. Ундай кешеләр сағыл­ғандан һуң ҡып-ҡыҙыл булып шешенә, тындары быуыла. Уларға тиҙ арала антигистамин төркөмө препаратынан укол эшләргә кәрәк. Ғөмүмән, бал ҡорто сағыуына аллергияһы булғандар мотлаҡ аллергологҡа күренергә тейеш.
Читайте нас: