ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
17 Август 2018, 13:45

Нимә ул ваһһабизм?

Һуңғы йылдарҙа беҙҙең йәмғиәттә, киң мәғлүмәт сараларында экстремизм, ваһһабизм, радикаль исламсылар һәм башҡа шундай йүнәлештәр тураһындағы хәбәрҙәргә йыш юлығабыҙ.

Гәзит уҡыусылар һорауы буйынса Рәсәй Фәндәр академияһы Философия институты ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре докторы, яҡташыбыҙ Илшат Рәшит улы НАСИРОВ ошо йүнәлештәр тураһында бер аҙ аңлатма бирә:
- Ваһһабиттар исламдың башланғыс сафлығына ҡайтырға саҡыра, сөнки улар уйлауынса, мосолман йәмғиәте Мөхәммәт пәйғәмбәр һәм мосолмандарҙың тәүге өс быуыны йәшәгән осорҙағы тәртиптән ситләшә бара. Ваһһабиттарҙың төп маҡсаты - ислам дине традицияларынан башҡа ҡараштарҙы юҡҡа сығарыу. Ҡөрьәнде үҙҙәренсә аңлатыуҙы улар иң дөрөҫө тип раҫларға тырыша. Ислам динен «зарарлы яңылыҡтар»ҙан таҙартыуҙы үҙҙәренең төп бурысы һанап, ваһһабиттар динебеҙҙәге башҡа йүнәлештәрҙең идеяларын һәм ғәмәли яҡтарын (мәҫәлән, мосолман реформаторлығы йәки суфыйсылыҡ) тәнҡитләйҙәр. Был мосолманлыҡтың үҙ тәбиғәте менән яраша алмай.
Ислам динендә ниндәйҙер бер йүнәлеш дөрөҫ, ә ҡалғандары дөрөҫ түгел, тип билдәләүсе учреждение юҡ. Ул күп яҡлы һәм ул фекерҙәр төрлөлөгөн күҙ уңында тота, уның бөтә йүнәлештәре лә тиң хоҡуҡлы. Ә бөтә мосолмандар өсөн берҙәм «идеаль» модель, «дөрөҫ булған» һәм «дөрөҫ бумаған» Ислам дине юҡ икән, тимәк, уны ҡабул иткән һәр кем мосолман булып һанала ала, һәм «хаҡ» мосолман йәки «хаҡ булмаған» мосолман тип бүлергә бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ.
Ваһһабизм, ысынлап әйткәндә, ислам дине принциптарын инҡар итеү. Атап әйткәндә, Исламда тышҡы һәм эске дини иректе таныу бар, ә ваһһабиттар үҙҙәре менән риза булмаған мосолмандарҙы ғәйепләп, уларға ҡаршы сыға.
Азалия ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: