ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
25 Сентябрь 2018, 12:46

Көнүҙәктә - балалар именлеге

Йыл һайын Рәсәйҙә 132 меңгә яҡын янғын теркәлеүе, уларҙа 350-нән ашыу бала һәләк булыуы, 3 меңдән ашыуы төрлө йәрәхәт алыуы билдәле.

Йыл һайын Рәсәйҙә 132 меңгә яҡын янғын теркәлеүе, уларҙа 350-нән ашыу бала һәләк булыуы, 3 меңдән ашыуы төрлө йәрәхәт алыуы билдәле. Район-ҡала биләмәһендә былтыр 86 янғында 1 кешенең ғүмере өҙөлдө, 16-һы имгәнде. Йәйге-көҙгө осорҙағы янғындарҙың күбеһенә балаларҙың ут менән уйнауы сәбәпле. Шуға күрә һәр атай-әсәй балаһын хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә өйрәтергә тейеш. Баланың шырпы йәки башҡа яна торған әйберҙәр менән ҡыҙыҡһыныуын белгәс тә, уның ҡурҡыныс янауы тураһында аңлатыу мөһим. 3-6 йәштәрҙә бала атай-әсәһен ҡабатларға ярата. Уларҙың шырпы ҡабыҙғанын күреп, яндырып ҡарағыһы килә. Бына шул ваҡытта шырпыны, ғөмүмән, бөтә яна торған әйберҙәрҙе баланың буйы етмәгән йәки күрмәгән урынға ҡуйырға кәрәк. Шырпы менән һанарға өйрәтеү, төрлө фигуралар яһау ҡәтғи тыйыла, сөнки сабыйығыҙ уны уйынсыҡ тип уйлауы ихтимал һәм һеҙ булмағанда уны эҙләргә, тапҡас ут сығарырға мөмкин. Ғөмүмән, бала шырпының тәғәйенләнешен, уның фәҡәт ут тоҡандырыу өсөн кәрәклеген белергә тейеш. Тыйыу, шелтәләүҙәр менән генә хәүефтән һаҡланып булмай, сөнки уларҙың йәшенеп йәки ҡасып та ут менән уйнауы мөмкин. Иң мөһиме, кескәйҙәр янғын ҡурҡынысы тураһында белергә, үҙ ваҡытында шырпы менән эш итергә өйрәнергә тейеш. Шул ваҡытта бәләкәстәрҙә ут менән уйнау теләге булмаясаҡ.
Район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге.
Читайте нас: