ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
26 Сентябрь 2018, 14:00

Юлдың үҙ законы бар

Хәүефһеҙ тормош нигеҙҙәренә өйрәтеү маҡсатында ойошторолған сара быны тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

15-се “Гүзәл”балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре был хаҡта яҡшы белә. Хәүефһеҙ тормош нигеҙҙәренә өйрәтеү маҡсатында ойошторолған сара быны тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Кескәйҙәр унда яратҡан әкиәт геройҙары менән осрашты. “Ҡыҙыл башлыҡ”тың юлда йөрөү ҡағиҙәләрен белмәүен күрҙеләр. Үҙҙәре лә юл хәрәкәте талаптарын иҫкә төшөрҙө. Уйындар аша светофор төҫтәре тураһында белемдәрен нығытты, шулай уҡ янғын хәүефе хаҡында әңгәмә ойошторолдо. Сара күңелле бейеүҙәр менән тамамланды.
Ғәлиә ХИСМӘТУЛЛИНА, тәрбиәсе.
Читайте нас: