ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
28 Сентябрь 2018, 18:10

Аҙналыҡ янғын хроникаһы

Мәләүез район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактика бүлеге начальнигы Раил Ғайсин һуңғы осорҙа районда янғын хәүефе артыуы тураһында иҫкәртә.

2018 йыл башынан Мәләүез районы территорияһында 52 янғын теркәлде, 1 кеше һәләк булды, 3 кеше төрлө йәрәхәт алды.
Һуңғы аҙнала хәл айырыуса ҡатмарлашты. 6 янғындың 2-дә урман яныуы хайуандарға ла, үҫемлектәргә лә ҙур зыян килтерҙе. 2 шәхси йорт һәм 2 башҡа төрлө объектта ут сыҡты. 12 сентябрҙә ҡорамалдарҙы ҡулланыу һәм монтажлау ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпле электр щиты бинаһында янғын сыға. Троицкий ауылында балаларҙың ут менән шаярыуы йорт-ҡураны юҡҡа сығара. Ҡыҙыл Яр утары янындағы урман яныуы бөтә республикаға билдәле булды. Сәбәбе асыҡлана - ут төртөү фаразлана. Дарьино ауылындағы шәхси йорттоң яныуында тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ фаразлана.
Ҡалала учреждениеларҙа электр ҡорамалдарын, компьютерҙы һүндермәй ҡалдырыу сәбәпле ут сыға һәм документтар зыян күрә.
Ошо факттарға бәйле ойошма, предприятие, учреждение етәкселәренә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә түбәндәге сараларҙы күреү мотлаҡ:
- граждан һәм хеҙмәткәрҙәр менән йыйылыш үткәреү;
- ҡала-районда янғын хәүефе артыуы тураһында мәғлүмәт еткереү;
- эш урындарында инструктаж үткәреү: балаларҙың ут менән шаярыу эҙемтәләре, ут менән һаҡһыҙ эш итеү, шул иҫәптән тыйылған урындарҙа тартыу, профилактика мәсьәләләренә иғтибар биреү, хәүефһеҙлек сараларын ҡәтғи үтәү, бина эсен һәм эргәһендәге территорияны тәртиптә тотоу.
Шулай уҡ, район-ҡала халҡынан сүп-сар яндырыу буйынса ялыуҙар йышая.
Иҫкәртәбеҙ: сүп-сар яндырыу, усаҡ яғыу, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоусылар административ һәм енәйәт яуаплылыҡҡа тарттырыла. Шуға ла граждандарҙы ҡоро үҫемлектәрҙе яндырмаҫҡа һәм хәүефһеҙлек сараларын күҙәтергә саҡырабыҙ!
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, бөтә янғындарҙың 90 процентына кешенең вайымһыҙлығы ғәйепле. Янғынға шаһит булғанда кисекмәҫтән “01”, кеҫә телефонынан - "112" һанына шылтыратығыҙ.
Читайте нас: