ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
8 Октябрь 2018, 12:10

Айыу-бүре күп икән, һунарсылар ҡайҙа икән?

Беҙ үҫкәндә бүрене “урман санитарҙары”, сөнки ауырыу, көсһөҙ йәнлектәргә һунар итә, тип өйрәттеләр.

Әммә уларҙың аппетиты үҙгәрҙе - хәҙер ҡиммәтле, тоҡомло малдарға һөжүмгә сыға.
Районда бүреләр һаны артыуы, уларҙың шәхси ярҙамсы хужалыҡтағы малға күпләп һөжүм итеүе тураһында хатта республика телевидениеһынан күрһәттеләр, тимәк, хәл район кимәленән юғарыла билдәле. Милли парк биләмәһендә урынлашҡан тораҡ пункттары тауҙар ҡуйынына һыйынған. Урман булған ерҙә, әлбиттә, йырҡыстар ҙа бар.
Былай булырын күҙалламаған инем
Эдуард Ниғмәтуллин 10 йылдан ашыу Андреевка утарында “Башҡорт кәзәһе” фермаһында тоҡомло кәзә үрсетеү менән шөғөлләнеп, эшҡыуарлыҡты яйға һалған. Ял итеүселәрҙе шифалы һөт менән тәьмин итеү теләге башланғысы хәҙер төбәктә экотуризмды үҫтереүҙең бер йүнәлеше булараҡ танылды.
Эш башлар өсөн 1,5 миллион һум дәүләт ярҙамы ала. Яңыраҡ Андреевка утарында тоҡомло мал үрсетеү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙың кәзә көтөүенә бүреләр һөжүм итә. Был беренсе генә осраҡ түгел, һуңғы айҙа йыртҡыстар бигерәк әүҙемләшкән. Күрше Хлебодаровка ауылындағы шәхси хужалыҡтағы бер көтөү һарыҡтарҙы ла юҡ иткән. Улар яңғыҙы түгел, өйөр менән йөрөй һәм йылҡы, ҡолоҡай, һарыҡ, эттәрҙе тамаҡлай.
Кәзә - үрсемле мал, ҡышын заманса фермала, йәйгеһен йәшел үлән менән туҡлана, бөгөнгә иклем яланда көтөлгән. Тыныс мәлдән файҙаланған бүреләр, ҡараңғы төшөүен дә көтмәй, хайуандарға һөжүм иткән, уларҙың һәр береһе 60 меңдән ашыу һум торған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, страховкаланмаған мал юғалтыу - эшҡыуарға миллионға яҡын юғалтыу килтергән. Кире осраҡта милек хужаһына страховка ойошмаһы күрелгән зыянды ҡайтарыр ине.
Бүренән ҡурҡып, урманға бармайбыҙ
Андреевка утары, Хлебодаровка ауылдары халҡы көҙгә табан кейек-йыртҡыстарҙың тораҡ пунктҡа яҡын килеүе тураһында хәүеф белдерә. Ни тиһәң дә, бәшмәк осоро - ҡала, биләмә халҡы уны күпләп йыйырға өйрәнгән. Өйөрө менән йөрөгән бүреләр кешегә һөжүм итһә!? Ни өсөн уларға һунар итергә ярамай?

Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 80-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: