ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
9 Октябрь 2018, 11:59

Бәшмәк яратыусыларға кәңәштәр

Бәшмәктә бөтөнләй холестерин юҡ, шулай уҡ улар аҡһым сығанағы, В1, В2, D витаминдарына, селен, калий һәм антиоксиданттарға бай.

Бәшмәктең иң күп осоро - августан сентябргә тиклем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл да тап бәшмәктән ағыуланыу осраҡтары теркәлә, уның хатта үтә күңелһеҙ тамамланғандары ла бар. Шунлыҡтан үҙегеҙ белгән бәшмәктәрҙе генә йыйығыҙ. Ҡарт, артыҡ өлгөргән йәки билдәләре асыҡ күренмәгән үтә йәш, шулай уҡ автомобиль юлдарына яҡын үҫкәндәрен йыймағыҙ. Ямғырһыҙ йылдарҙа йыйылғандары икеләтә зарарлы: эҫелә уларҙа матдәләр алмашыныуы үҙгәрә һәм күпләп ағыулы матдәләр туплана.
Тәжрибәле бәшмәкселәр уларҙы кәрзингә йыя, сөнки боҙолмай, һынмай һәм иҙелмәй. Һары һәм баллы бәшмәктәрҙе тоҡҡа йыйырға мөмкин. Ҡалай һәм пластмасса биҙрәләрҙә бәшмәктәр насар һаҡлана, тиҙ боҙола.
Шикләнәһегеҙ икән, сей бәшмәкте тәмләп ҡарамағыҙ, йыймағыҙ, хатта эйелмәгеҙ ҙә! Һайлап алынғандарын яҡшылап йыуығыҙ, 1-2 сәғәт һалҡын һыуҙа тотоғоҙ, уны ваҡыты-ваҡыты менән алмаштырығыҙ һәм өс тапҡыр тоҙло һыуҙа яртышар сәғәт бешерегеҙ. Әҙер бәшмәкте кәстрүлдә тәүлектән дә артыҡ һаҡламағыҙ.


Бәшмәк тураһындағы мифтар:
- ағыулы бәшмәктәрҙең еҫе насар, ә ашарға яраҡлыларыныҡы – хуш еҫле;
- ағыулыһының еҫе шампиньондыҡы кеүек үк;

- ҡайнатҡанда һуған менән һарымһаҡ ҡарайһа - бәшмәк ағыулы тигәнде аңлата. (Һуған менән һарымһаҡ ағыулы бәшмәктәр кеүек үк, ашарға яраҡлыларын бешергәндә лә ҡарайырға мөмкин. авт.) Был уларҙа аминокислотаны тарҡатыусы тирозиндың булыу-булмауына бәйле;

- ашҡаҙан-эсәк юлы тарафынан үҙләштерелмәгән ағыулы бәшмәктәр бар, алкоголь ҡулланған ваҡытта уларҙың һеңдерелеү үҙенсәлеге көсәйә һәм 30 минуттан ашҡаҙан ауырта, эс китә, ҡоҫоу рефлексы башлана. 2-4 сәғәттән организмдың бөтә функциялары ла тергеҙелә. Әммә ҡабатлап алкоголь ҡулланғанда, яңынан ағыуланыу билдәләре барлыҡҡа килә.

- бөтә бәшмәктәр ҙә ағыуҙы һәм башҡа зарарлы матдәләрҙе бер төрлө туплай. Өлөшләтә был дөрөҫ, шунлыҡтан бәшмәкте автомобиль юлына яҡын урында йыйырға ярамай.


Ағыуланыу билдәләре ашағандан һуң бер сәғәттән барлыҡҡа килә: күңел болғана, эс ауырта, ҡоҫтора, эс китә. Шулай уҡ баш ауырта, температура күтәрелә, организмда тартышыу башлана. Бауыр һәм бөйөрҙө зарарлаусы бәшмәктәр ағыуының тәьҫире тик 8-48 сәғәттән генә күренә: ул - күңел болғаныу, ҡоҫоу, эстең ҡаты ауыртыуы, хәлһеҙлек, тартышыу.


Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 80-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: