ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
12 Октябрь 2018, 14:17

Мейесте дөрөҫ файҙаланығыҙ

Йыл һайын көҙгө-ҡышҡы осор етеү менән, мейесте дөрөҫ ҡормау һәм уны файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпле, район-ҡалала уртаса 15-20 янғын теркәлә.

Хужалыҡ ҡаралтылары, мунса, һарайҙар ғына түгел, йорттар ҙа янып юҡҡа сыға. Быйыл ошо сәбәптән 10 янғын сыҡҡан.
Һалҡындар башланыу менән торлаҡ йорттарҙа мейес яғыу йышая. Бәлә сыҡмаһын өсөн, уны ҡорғанда һәм файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Тәжрибәнән күренеүенсә, ғәҙәттә мейесте артыҡ ҡыҙҙырыу, кирбестәр араһында ярыҡтар барлыҡҡа килеү, яғып ебәреү өсөн тиҙ тоҡаныусан шыйыҡ ҡулланыу, ҡуҙҙың иҙәнгә төшөүе сәбәпсе була.
Ут сыҡмаһын өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ:
* мейесте төҙөү, ремонтлауҙы тәжрибәле оҫталарға ғына ышанып тапшырығыҙ;
* йылытыу миҙгеле башланырҙан алда йылытыу ҡорамалдарының төҙөклөгөн ныҡлап тикшерегеҙ,
төҙөкһөҙ приборҙарҙың хәүеф сығанағы булыуын оноторға ярамай;
* төтөн юлын һөрөмдән, сүптән таҙартыу мөһим. Был эште һалҡын миҙгел башланғансы башҡарырға һәм һуңынан өс айға бер тапҡыр ҡабатларға кәрәк;
* иҙәндә, мейес ауыҙы тәңгәлендә 50х70 сантиметр ҙурлығында тимер беркетелһен.
Мөрйәнән осҡондар сығыу - хәүефле сигнал. Тимәк, һөрөмгә ут тоҡаныу ҡурҡынысы ҙур. Төтөн юлы ярыҡтар барлыҡҡа килһә, һауаға осҡондар һәм ялҡын сыға. Бындай күренеш, ғәҙәттә, янғын менән тамамлана, шунлыҡтан осҡон һүндереү ҡорамалдары булдырыу һәм һөрөмдән таҙартыу талап ителә.
Мейесте артыҡ ҡыҙҙырыу ҙа йыш күҙәтелә. Һәр эштә сама белергә кәрәк -үтә һалҡындарҙа ла аҙлап яғығыҙ. Мейесте ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, был бурысты балаларға йөкмәтмәгеҙ. Бензин, керосин ҡулланмағыҙ. Мейескә яҡын утын, кер, аяҡ кейеме һәм башҡа әйберҙәр киптермәгеҙ.
Сарлаҡта стеналарҙы һәм төтөн торбаларын аҡларға кәрәк.
Хөрмәтле район-ҡала халҡы!
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен һаҡлағыҙ!
Денис Сорокин, янғын часы начальнигы.
Читайте нас: