ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
7 Ноябрь 2018, 16:30

Аҡса йәлләргә ярамай

Республикала сауҙа объекттарында сыҡҡан янғындар һаны артыуы күҙәтелә.

Республикала сауҙа объекттарында сыҡҡан янғындар һаны артыуы күҙәтелә.
20 октябрҙә ике осраҡ теркәлгән. Яңауылда “Ғаилә” сауҙа йортонда баҫҡыс майҙансығында сүп-сарға ут тоҡанған. Өфөлә “Алтын” сауҙа комплексында һыуытҡыс янған. Ошондай уҡ осраҡ көн элгәре тағы бер сауҙа үҙәгендә булған, ә Ишембайҙа розетканан ут тоҡанған. Күп осраҡта янғын электр приборҙарынан сығыуы асыҡланған.
Бынан тыш, автоматик янғын сигнализацияларының ялған сигналы осрағы йышайҙы. Баш ҡаланың “МЕГА” сауҙа үҙәгендә генә йыл башынан ошондай 27 саҡырыу теркәлде.
Ялған сигналдарға системаны монтажлағанда һәм техник хеҙмәтләндергәндә талаптар үтәлмәүе һәм шулай уҡ уның төҙөкһөҙлөгө, янғын сигнализацияһына яңылыш баҫыу кеүек һәм башҡа “кеше факторҙары” сәбәпсе.
Хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү маҡсатында сауҙа объекттары етәкселәре түбәндәге талаптарҙы үтәргә тейеш:
- хеҙмәткәрҙәр менән янғын һағы системалары, ялған сигнал, норматив документтар, вентиляция ҡоролмалары эше һәм таҙартыу тәртибе буйынса әңгәмә, инструктаж үткәреү;
- ғәҙәттән тыш хәл осрағында кешеләрҙе эвакуациялау планын төҙөү;
- көн һайын объекттарҙа янғынға ҡаршы режимдың үтәлешен, шул иҫәптән бинаның янғынға ҡаршы һаҡ системаһының төҙөклөгөн, эвакуация юлының, сауҙа залдары асыҡ булыуын, эш аҙағында электр ҡорамалдарын һүндереүҙе контролдә тотоу.
Кемерово һәм Пермдә булған фажиғәләрҙе онотмағанһығыҙҙыр: күңел асыу-сауҙа объекттарында сыҡҡан янғында кешеләр, балалар һәләк булды. Бәлә булмаһын тиһәң, хәүефһеҙлек өсөн аҡса йәлләргә кәрәкмәй!
Район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге.
Читайте нас: