ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
18 Ғинуар 2019, 13:15

Тағы ла газ шартлау

Яңы йыл алдынан Магнитогорскийҙа газ шартлау сәбәпле күп ҡатлы йорт емерелһә, 14 ғинуарҙа Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында шундай уҡ фажиғә ҡабатланды.

Яңы йыл алдынан Магнитогорскийҙа газ шартлау сәбәпле күп ҡатлы йорт емерелһә, 14 ғинуарҙа Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында шундай уҡ фажиғә ҡабатланды. Йорттоң ике өҫкө ҡаты емерелеп төшкән, аҫтағыларында стеналар ишелгән. Емереклектәр аҫтында кешеләр ҡалған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, һәләк булғандар бар, ете кеше ҡотҡарылған.
Шартлау сәбәбе - әлеге лә баяғы газ ҡорамалдарын дөрөҫ файҙаланмау. Ҡасанға тиклем дауам итер был хәл? Яуаплыраҡ булыу өсөн тағы күпме ҡорбандар кәрәк?
Беҙ барыбыҙ ҙа мейес яғабыҙ, йылытыусы газ приборҙарын ҡабыҙырға ашығабыҙ. Ә ҡорамалдар бөтәбеҙҙә лә бер төрлө түгел, файҙаланыу ҡағиҙәләрен дә онотоп китәбеҙ. Ә газ иһә иғтибарһыҙлыҡты яратмай! Ағыулы газдың төҫө лә, еҫе лә юҡ. Һауала уның миҡдары 1,2 проценттан юғары булған осраҡта бер-ике тын алыуҙа кеше аңын юғалта, өс минут эсендә тонсоға. Ҡағиҙәләргә ярашлы, газ приборын хәүефһеҙ файҙаланыу, төтөн юлының төҙөклөгө өсөн милексе яуаплы. Ҡышҡы миҙгелдә төтөн һәм елләтеү торбалары айырым иғтибар талап итә. Уяу булығыҙ: ваҡытығыҙҙы йәлләмәйенсә төтөн юлдарын үҙаллы таҙартығыҙ, газ приборын ҡабыҙыр алдынан һәм ул эшләгәндә тартыу көсөн тикшерегеҙ. Бының өсөн газ приборындағы кескәй тәҙрәгә ҡағыҙ киҫәген (яндырмайынса) яҡын килтерегеҙ. Әгәр ҡағыҙ приборҙағы тәҙрә яғына тартылһа, тартыу көсө бар, тартылмаһа, тимәк, юҡ. Был осраҡта йорт хужалары һәм торлаҡ яуаплы ойошма белгестәрен саҡырырға тейеш.
Ҡулланыусылар газ ҡорамалын үҙ аллы монтажламаһа, газ приборҙарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙмаһа, күп фажиғәләргә юл ҡуйылмаҫ та ине, бәлки.
Читайте нас: