Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Һаҡланыу сараһын күрегеҙ

Көндәр йылыныу менән ҡыйыҡтан ҡар һәм боҙ төшөү ҡурҡынысы тыуа. Районда уға бәйле бәхетһеҙлек теркәлмәгән, әммә республика ҡалаларында, Өфөлә боҙбармаҡтан зыян күреү осраҡтары бар. Мәҫәлән, март башында баш ҡаланың Киров һәм Совет райондарында балкон ҡыйығынан төшкән боҙҙан ике ҡыҙ, бер ир йәрәхәтләнгән. Орджоникидзе районында ике үҫмер дауаханаға оҙатылды. Шуға оҡшаш хәл Күмертау ҡалаһында ла күҙәтелде.

Шуға күрә Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты түбәндәге һаҡлыҡ сараларын күреү зарурлығын билдәләй:
- һөҙәк ҡыйыҡлы биналарға яҡын йөрөмәҫкә, был темаға балалар менән аңлатыу эше алып барырға, шулай уҡ автомобилде йорт тирәһенән йыраҡҡараҡ урынлаштырырға;
- боҙбармаҡ эленгән электр үткәргесе, кәрниз һәм башҡа объекттарҙы, махсус билдә ҡуйылған йәки кәртәләп алынған урынды урап үтергә;
- урамда наушник кейеп йөрөмәҫкә (шыуып төшкән ҡарҙы йәки боҙҙо ишетмәй ҡалыуығыҙ бар). Әгәр ишетһәгеҙ, туҡтарға, шулай уҡ ситкә ҡасырға ярамай. Иң яҡшыһы, тиҙерәк стенаға һыйынырға;
- ҡыйыҡ ситендәге боҙ төшкәс, уның уртаһындағы ла ҡуҙғалырға мөмкин, шуға күрә әгәр ҙә тротуарҙа боҙ киҫәктәрен, ҡар өйөмөн күрһәгеҙ, был хәүефле урындан китергә ашығығыҙ;
- шыуған ҡарҙан йәки боҙҙан зыян күргән кешегә “Ашығыс ярҙам” саҡырығыҙ.
Ләйсән СӘЛИХОВА әҙерләне.
Читайте нас: