Конгэк
+7 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
12 Март 2019, 13:04
"Аҡ үлем"гә ҡаршы акция
Республикала “ Ҡайҙа үлем һаталар, хәбәр ит” бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһының беренсе этабы старт алды.
Республикала “ Ҡайҙа үлем һаталар, хәбәр ит” бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһының беренсе этабы старт алды.
Профилактика сиктәрендә министрлыҡтар менән ведомстволарҙың “тура бәйләнеш” телефоны эшләй. 11 марттан наркотиктарҙы һаҡлау һәм һатыу урындарын, наркопритондарҙы белгән һәр кем ошо хаҡта тәүлек әйләнәһенә үҙен фашламайынса хәбәр еткерә ала.
Һәр шылтыратыу, мәғлүмәт мөһим - был акцияның төп принцибы. 8 (347) 279-32-92 - Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы ышаныс телефонына шылтыратып, “аҡ үлем”де таратыу һәм ҡулланыу осраҡтары тураһында һөйләй, наркоманияны иҫкәртеү буйынса белгестәргә үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирә алаһығыҙ.
Һеҙҙең мәғлүмәт мотлаҡ тикшереләсәк, бер генә шылтыратыу ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһында әүҙем ҡатнашығыҙ. Уларҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәштә һеҙ үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ. Был афәт менән бергәләп көрәшәйек!
БР буйынса Эске эштәр министрлығының наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу идаралығы.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Йорт усағы
24 Март , 17:00
“Ҡатыҡ тәмләү” йолаһы
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Март , 10:00
Башҡортостан уҡытыусылары "Мин - остаз " бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша