ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Террорсыларҙың милләте юҡ

Террорсыларҙың милләте юҡ, тиҙәр. Уларҙа кешене йәлләү тигән тойғо ла булмай. Юғиһә, күп ҡатлы йорттар күккә осор, самолеттар шартлар инеме?!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, телевизор, радио, киң мәғүмәт сараларында һуңғы йылдарҙа әленән-әле яңғыраған һүҙ ул террор. Кеше, ысын мәғәнәһендә, был күренеш алдында үҙен көсһөҙ, яҡлаусыһыҙ итеп тоя.
Күктә, диңгеҙҙә, метро-транспортта, күп ҡатлы йорттарҙа, ҡыҫҡаһы, кеше ғүмерен өҙөү ойошҡанлы төркөм яңы ысулдар уйлап таба.
Террорсыларҙың милләте юҡ, тиҙәр. Уларҙа кешене йәлләү тигән тойғо ла булмай. Юғиһә, күп ҡатлы йорттар күккә осор, самолеттар шартлар инеме?!
Мәктәп уҡыусыларына бер нисә ҡағиҙә:
- һәр ваҡыт уяу булығыҙ. Мәктәп биләмәһендә таныш булмаған шикле кешеләр күрһәгеҙ, уҡытыусыға хәбәр итегеҙ!
- хужаһыҙ сумка, пакет, сумаҙан, портфель күрһәгеҙ, алмағыҙ, яҡын бармағыҙ!
- сәйер тойолған әйберҙе үҙ аллы зарарһыҙландырырға тырышмағыҙ. Был бик ҡурҡыныс!
- террор акты булған осраҡта, үҙегеҙгә зыян килмәһә, иптәштәрегеҙгә ярҙамлашырға тырышығыҙ.
- сит илдәрҙә кешеләрҙе урлау һәм әсир итеп тотоу киң таралған. Уның атамаһы ла ҡурҡыныс - “киднеппинг” тип атала.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 21-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: