ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Республикала 10 йәшлек ҡыҙға эт ташланған, бала дауаханаға оҙатылған

Башҡортостандың Мәләүез районы Ергән ауылында 13 мартта иртән 10 йәшлек ҡыҙға күрше эте ташланған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Ергән ауыл Советы хакимиәте башлығы Раил Абдулғәниев хәбәр итте.

Башҡортостандың Мәләүез районы Ергән ауылында 13 мартта иртән 10 йәшлек ҡыҙға күрше эте ташланған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Ергән ауыл Советы хакимиәте башлығы Раил Абдулғәниев хәбәр итте.
«Иртән урамға туғандарын ҡаршы алырға сыҡҡан ҡыҙҙың ҡаршыһына алабай осраған. Ул балаға ташланған, битен тешләгән. Кешеләр быны күреп, этте ҡыуып ебәргән, һуңынан ҡыҙҙы урындағы дауаханаға алып барған. Һуңынан ул ашығыс ярҙам менән Мәләүез үҙәк район дауаханаһына оҙатылған, — тип һөйләне ауыл Советы башлығы. — Хужабикә һәм күршеләре әйтеүенсә, эт иртән бәйле торған. Ҡатын уны ашатып, Салауат ҡалаһына эшкә киткән. Эт нисектер бәйҙән ысҡынған. Ҡойма аша күрше баҡсаһына һикереп төшөп, урамға сыҡҡан».
Ваҡиға урынына полиция, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре килгән. Алабайҙың хужабикәһен тапҡандар. Ҡатын белгестәр килеп еткәнсе этте һарайға бикләп ҡуйған. Һуңынан алабайҙы үлемесле йоҡоға талдырғандар.
Әле ҡыҙ дауаханала, уны хәле тотороҡло тип баһалана. Дүртенсе класс уҡыусыһы һәйбәт ғаиләлә тәрбиәләнә, унда тағы ике бала үҫә.
«Дауахананан ошо осраҡ тураһында полицияға хәбәр килде. Тикшереү үткәрелә», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Читайте нас: