ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Талпандар уянған: ике тешләү осрағы теркәлгән

25 мартта «Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәге» лабораторияһына ике кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына үҙәктең вирусологик тикшеренеүҙәр лабораторияһы мөдире Шамил Ибраһимов хәбәр итте.

«Бер талпанды — Туймазынан, икенсеһен Өфө районының Булгаков ҡасабаһынан килтерҙеләр, — тине лаборатория мөдире. — Бөгөн беҙ уларҙы тикшереүгә ҡуйҙыҡ, кискә бөжәктәрҙең вирус менән зарарланғанмы, юҡмы икәнлеге билдәле булырға тейеш».
Шулай уҡ кисә Өфө районының Осоргин ауылында бер кешенең үҙендә талпан табыуы тураһында билдәле булды. Ул белгестәргә мөрәжәғәт итмәгән һәм ҡан һурғыс бөжәктән ҡотола һалған.
Белгестәр әйтеүенсә, быйыл талпандар ғәҙәттәгегә ҡарағанда иртәрәк уянған. Ҡағиҙә булараҡ, бөжәктәрҙең тәүге һөжүм итеү осраҡтары апрель башында теркәлә.
2018 йылдан «Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәге» сайтында яңы система эшләй. Лабораторияға мөрәжәғәт иткән граждандарға шәхси номер бирелә, шуның ярҙамында үҙәктең рәсми сайтында һөҙөмтәләрҙе белергә мөмкин.
Читайте нас: