ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ һәм яҡлайыҡ

Терроризм - бөтә ер шары халҡын ҡурҡытҡан һәм борсоған хәүефле күренеш. Белеүебеҙсә, терроризмдың нигеҙендә көтөлмәгәнлек, ғауға ҡуптарыу һәм кешегә ҡарата ҡанһыҙлыҡ тора.

Терроризм - бөтә ер шары халҡын ҡурҡытҡан һәм борсоған хәүефле күренеш. Белеүебеҙсә, терроризмдың нигеҙендә көтөлмәгәнлек, ғауға ҡуптарыу һәм кешегә ҡарата ҡанһыҙлыҡ тора. Террористик акттар тураһында һуңғы ваҡыт телевидение, радио, матбуғат саралары йыш иҫкәртә. Бындай мәғлүмәт ағымы граждандарҙы үҙ ғүмере, сәләмәтлеге, яҡындарының именлеге тураһында хафаланырға мәжбүр итә. Һәр кем гражданлыҡ уяулығы һәм иғтибарлыҡ һаҡлауҙы терроризмға ҡаршы төп ҡорал булыуын аңларға тейеш. Һуңғы йылдарҙа был ағым көсәйҙе. Шуға һәр кем был енәйәттән үҙен һаҡларға бурыслы. Хәүефте ваҡытында һиҙеп, кисекмәҫтән сара күреү үҙеңдең һәм тирә-яҡтағы халыҡтың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итер. Йортта, подъезда сит кешеләр йөрөүен, урамда, мәктәптә, уйын майҙансыҡтары янында, күрше фатирҙа ваҡытлыса йәшәгән шикле, сәйер әҙәмдәрҙе күрһәгеҙ, оҙайлы ваҡытта ташлап кителгән автомобиль ултырһа, хужаһыҙ йәшник, сумка йә иһә башҡа хәүефле әйбер ятһа, шунда уҡ полиция участкаһына хәбәр итергә кәрәк.
Террористик акт башҡарылған осраҡта, һеҙгә зыян килмәһә, башҡаларға ярҙам итергә тырышығыҙ. Илдә, бөтә донъяла арабыҙҙа уҫал ниәтле кешеләр һаны йылдан-йыл арта бара. Уларҙың насар ғәмәлдәре арҡаһында бер ғәйепһеҙҙәр, бәхетһеҙлек осраҡтарына дусар булып, шул ваҡытта ҡайһы берҙәренең сәләмәтлегенә зыян килә, хатта ғүмерҙәре лә өҙөлә.
Хәүеф тураһында берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә кеҫә телефонынан "112" номеры аша хәбәр итергә була.
Лилиә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне.
Читайте нас: