ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Фажиғәнән арала, Хоҙайым

1989 йылдың 3 июненән 4 ҡарай төнгө 01.14 минутта Новосибирск-Адлер һәм Адлер-Новосибирск йүнәлешендә ҡапма-ҡаршы килгән ике пассажир поезы бәрелешә. Юғары тиҙлектә хәрәкәт иткән ауыр вагондарҙың 37-һе тулыһынса иреп тимер һөлдәһе генә ҡала, 26-һы эстән яна, шартлау тулҡыны 11-ен төрлө йыраҡлыҡҡа бәрә. Рәсми сығанаҡтар буйынса ике поезда 1284 пассажир иҫәпләнгән, 575-е һәләк була. Әммә... 30 йыл элек күптәр поезға билетһыҙ ултыра, 5 йәшкә тиклемге балалар бер ҡайҙа ла теркәлмәй, бушлай йөрөүен дә оноторға ярамай.

Фажиғә нигеҙендә әлеге битарафлыҡ, кеше факторы ята. Бәхетһеҙ осраҡҡа тиклем 4 йыл элек талаптарҙы боҙоп һалынған торбанан сыҡҡан газдың шартлауы сәбәпсе, тине белгестәр.
“Тап ошо көн Черниковка биҫтәһендә инем. Иртәнсәк халыҡтың борсоулы йөҙөн күргәс тә, нимәлер булыуын аңланым. Күпмелер ваҡыттан һуң урамдарҙан табуттар тейәгән йөк машиналары хәрәкәтенә иғтибар иттем, араларында бәләкәйҙәре лә бар ине. Элек урам сатында милиция посы була торғайны, шуларҙан һораным һәм Оло Теләк фажиғәһе тураһында ишеттем. Әлбиттә, шунда барып бәләгә тарығандарға ярҙам итеү теләге ҙур булһа ла, мөмкинлек табылманы, тип иҫкә ала ҡалалайәшәүсе Фәриҙә апай Сынбулатова.
Икенсе танышым да әсенеп: “Мин 30 йыл инде һалдат улымдың бына - бына ҡайтып, ишек шаҡығанын көтәм. Тап ошо поезға билет алыуы, оҙаҡламай ҡайтып етәсәге тураһында хәбәр иткәйне хатында. Атаһы Өфөгә ҡаршы алырға китте, беҙ йортта өҫтәл әҙерләп, ҡунаҡ йыйып көтәбеҙ тип ҡалдыҡ. Шул көндә телевизор аша фажиғә тураһында хәбәр ишеттек. Ышанманым, әле лә күңелем менән улымды көтәм. Ул ҡайтырға тейеш ине”, - ти.
Ошондай хәтирәһе менән бүлешкән инәйҙең йөрәк яраһын аңлайым. Эйе, ул бөгөн дә тап ошо көн улының яратҡан аҙығы билмән, ҡуҙғалаҡ бәлеше бешерә һәм ҡапҡа алдында хәтерендә мәңге йәш ҡалған һалдат улын көтә.

...Бөгөн Иглин районында һәләкәт урынында һәйкәл ҡуйылған. Таш плитаға ҡорбандарҙың исем-шәрифтәре уйып яҙылған. Йыл да ошо көндө һәйкәл янында матәм митингыһы уҙғарыла.
Ошондай бәхетһеҙлектәр ҡабатланмаһын, юлдағы, сәфәрҙәге яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙҙың яныбыҙға имен-аман әйләнеп ҡайтыуын насип ит, Хоҙайым.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: