Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ут-һыуҙың ҡойроғо юҡ

Йыл башынан ҡала-район биләмәһендә сыҡҡан 93 янғында өс кешенең ғүмере өҙөлгән.

Йыл башынан ҡала-район биләмәһендә сыҡҡан 93 янғында өс кешенең ғүмере өҙөлгән.
Ошо көндәрҙә Ергәндә кирбес өйҙө ялҡын ялмап алған. 22 квадрат метрҙа ҡоторған ут эсендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 43 йәшлек ир һәләк була. Янғын сәбәбе - тәмәке тартҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү. Әммә һаман да һаҡлыҡ сараларын күрергә ашыҡмайбыҙ. Күп осраҡта эскән кешеләр, социаль хәүеф төркөмөнә ҡараған граждандар уяулығын юғалта йә тоҡандырған тәмәке менән йоҡлап китә. Насар ғәҙәттәре булғандар үҙенең генә түгел, яҡындарының, күршеләренең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.
Әйткәндәй, быйыл яҙҙан яуым-төшөм аҙ, тәбиғәт ҡосағында ла һаҡлыҡ сараларын иҫтә тотоу мотлаҡ. Янған усаҡтан ут кипкән үләнгә тоҡанһа, ҡот осҡос һәләкәткә килтерергә мөмкин. Май байрамдары алдынан ғына Воскресенский участка урмансылығында 34 гектар ерҙә 5-6 йыл элек сәселгән ҡарағай ағаслығында янғын сыҡҡайны. Ут Ишембай районы Верхотор ауылына тиклем барып еткән. Үҙҙәренең техникаһы менән янғынды һүндерергә өлгәшкәндәр. Ә күпме юғалтыу?! Уттың һәм һыуҙың ҡойроғо юҡ, тип бушҡа әйтмәйҙәр, уяу булайыҡ.
Читайте нас: